Элегерәк ул “Единая торгово-закупочная компания”ның төҙөлөш ойошмаһы” тигән исемде ғорурлыҡ менән йөрөтһә, хәҙер уны “ҡараҡтар өйөрө” тип хаҡлы рәүештә атарға мөмкин.
Уғрыларҙың өсөһө лә (барыһы ла гүзәл зат вәкиле) бер компанияла төрлө вазифала эшләй. Улар банкка финанс мөмкинлектәре тураһында ялған мәғлүмәттәр биреп, 642 миллион һумдан ашыу аҡса урлай.
Был уғрылыҡ осрағынан банктар ғына түгел, бер нисә йөҙ өлөшсө лә зыян күргән. Булмаған фатирҙар өсөн кешеләр менән килешеү төҙөп, 300 миллион һумдан ашыу аҡсаны ҡулға эләктергәндәр. Енәйәт эше прокуратураға ебәрелгән.