Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2019, 12:45

Почтаға... бысаҡ менән

Аҡсаны тотоп урамға сығып йүгерә һәм таксистың "тоҙағы"на эләгә...

Фото: yandex.ru
Һуңғы ваҡытта еңел генә юл менән мул аҡсалы булырға теләүселәр күбәйеп китте. Хәҙер хатта почта бүлексәләренә һөжүм итә башланылар. Ошондай хәл Ишембай ҡалаһындағы Бульвар урамында теркәлгән.
Росгвардияның Башҡортостан буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, бер егет почта бүлексәһенә бысаҡ тотоп килеп ингән һәм бар аҡсаны биреүҙәрен талап иткән. Аҙаҡ урланған сумманы тотоп урамға сығып йүгергән һәм таксиға ултырып ҡасырға маташҡан.
Әммә водитель эштең асылын тиҙ төшөнгән һәм үҙе бурҙы тоторға маташҡан. Яңғыҙ булдыра алмағас, ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткән. Ә улар үҙ сиратында енәйәт ҡылыусы 27 йәшлек егетте ошо уҡ районда тотҡан һәм полицияға тапшырған. Баҡтиһәң, быға тиклем дә уға ҡарата суд ҡарары сығарылған булған икән.