Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2019, 12:35

Водитель генә ғәйепле түгел икән...

Архангел районындағы ҡот осҡос юл фажиғәһенең яңы деталдәре асыҡлана.

Фото: “Реальное время” сайтынан.
Фото: “Реальное время” сайтынан.
Архангел районындағы ҡот осҡос юл фажиғәһенең яңы деталдәре асыҡлана.
Татарстандың Яр Саллы ҡалаһы туристарының Шүлгәнташ мәмерйәһен һәм башҡа тәбиғәт мөғжизәләрен ҡарағандан һуң тыуған яҡтарына ҡайтып барғанда Архангел районында автобус менән түңкәрелеүе, һөҙөмтәлә алты кешенең ҡорбан булыуы, күптәрҙең йәрәхәтләнеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ни өсөн 18 тапҡыр юл ҡағиҙәләрен боҙған водителгә пассажирҙар тулы автобусты ышанып тапшырғандар, ни өсөн уның техник төҙөклөгө ҡәнәғәтләнерлек булмаған?
Был автобус Яр Саллы ҡалаһындағы “Альтекс” компанияһына ҡарай икән. Әле тәфтишселәр уның хужаһы Илдар Фәхрәзиевтан (ул тағы ла дүрт фирмаға хужа булып тора) һорау ала. Баҡтиһәң, “Ространспортнадзор” 2017 йылдың апрелендә “Альтекс”та тикшереү үткәргән һәм түбәндәге етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған: коллективта юлда хәүефһеҙлекте күҙәтеү буйынса әҙерлек эше үткәрелмәй, белгестәр квалификация талаптарына яуап бирмәй, шоферҙарға хәрәкәт шарттары тураһындағы мәғлүмәт еткерелмәй, юл ҡағыҙҙары дөрөҫ тултырылмай, шоферҙарҙың хеҙмәт һәм ял режимы күҙәтелмәй, медицина тикшереүе ваҡытында үткәрелмәй, транспорт сараларын техник тикшереү иҫәбе алып барылмай...
Һөҙөмтәлә Рәсәй Енәйәт кодексының 238-се статьяһының 3-сө өлөшө (хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән һәм һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике һәм унан да күберәк кешенең үлеменә килтергән хеҙмәтләндереү) буйынса енәйәт эше асылған.
Читайте нас: