Йәмғиәт
17 Июля 2019, 21:37

Ҡанат ҡаҡҡас, осорға кәрәк тә бит…

Хәҙер һағынышлы хаттар яҙа, ҡыуаныслы хәбәрҙәр көтә торған заман түгел. Почта йәшниктәрен кемдәрҙер ниндәйҙер маҡсат менән сығарған гәзиттәр, рекламалар, осо-аҙағы күренмәгән түләм ҡағыҙҙары баҫып алды. Хәбәрләшергә теләүсе маһирҙар бер-береһе менән, дөйөмләштереп алғанда, интернет ғали йәнәптәре ярҙамында ғына аралаша. Эскерһеҙ дуҫлыҡ, яҡынлыҡ, туғанлыҡ хистәре иҫкергән төшөнсәләргә әйләнгән һымаҡ. Халыҡ шағирының: “Әжәлдәрҙән ҡурҡыу бөттө инде, әҙәмдәрҙән ҡурҡып йәшәлә”, – тип әйтеүе уйлы кешене хафаларға һалмай булмаҫ. Бында шәхси кисерештәр түгел, бәлки арабыҙҙа тамырланып өлгөргән ижтимағи кәйеф сағыла.

Фото: zen.yandex.ruФото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Хәҙер һағынышлы хаттар яҙа, ҡыуаныслы хәбәрҙәр көтә торған заман түгел. Почта йәшниктәрен кемдәрҙер ниндәйҙер маҡсат менән сығарған гәзиттәр, рекламалар, осо-аҙағы күренмәгән түләм ҡағыҙҙары баҫып алды. Хәбәрләшергә теләүсе маһирҙар бер-береһе менән, дөйөмләштереп алғанда, интернет ғали йәнәптәре ярҙамында ғына аралаша. Эскерһеҙ дуҫлыҡ, яҡынлыҡ, туғанлыҡ хистәре иҫкергән төшөнсәләргә әйләнгән һымаҡ. Халыҡ шағирының: “Әжәлдәрҙән ҡурҡыу бөттө инде, әҙәмдәрҙән ҡурҡып йәшәлә”, – тип әйтеүе уйлы кешене хафаларға һалмай булмаҫ. Бында шәхси кисерештәр түгел, бәлки арабыҙҙа тамырланып өлгөргән ижтимағи кәйеф сағыла.
Президенттың ышаныс бирергә тейешле һүҙҙәре лә, бәғзе матбуғат биттәренән һибелеүсе һүрелмәҫ дәрт һәм бөтмәҫ байрам да тыныс күңел менән йәшәргә форсат бирмәй.

Кешене, айырыуса өлкән йәшкә еткәс, телефондың көтмәгәндә шыл­тырауы ла һиҫкәндерә бит. Хат-хәбәрҙәр ебе ғәмәлдә өҙөлгән осорҙа почтаның конверт килтереп тоттороуы ла әллә ниндәй уйҙарға һала. Бына мин дә, алыҫ район­дарҙың береһендә йәшәп, арала­шыуға бигүк әүәҫ булмаған ҡорҙа­шымдан көтмәҫтән сәләм алғас, терт итеп ҡалдым.


Бәлки, был, хатлашыу ғәҙәте онотола башлағанға, сәйерерәк тә тойолор. Кешенең йөрәген ярып барған һүҙен бүтәндәр ҡолағына еткереү һәйбәт тә түгелдер. Шулай ҙа, иптәшемдән шелтәләү һүҙе ишетеү ихтималлығына ҡарамай, яҙғандарынан бер-ике кәлимәне ғәмгә еткереүгә ҡыйыулыҡ иттем.
“Зарланып, уфтанып йөрөгән кешеләргә элек ғәжәпһенеп ҡарай торғайным. Йәнәһе лә, ундайҙар донъяның ысын йәмен күрмәй. Бөгөн иҫән булыуыбыҙға шөкөрана ҡылып, барына ризалыҡ менән йәшәргә кәрәк тәбаһа. Әүәл уйым шулай ине. Хәҙер иһә үҙемде үҙем танымайым. Исемем әсәйем-атайым биргән көйө ҡалды, ләкин есемем бүтәнсә”.
Бына шулай. Беренсе уҡта­лы­уым баяғы иптәшемә, бошонҡо кү­ңел менән йәшәүе өсөн шелтәләү ине. Әммә үҙем дә аңлата алмаҫ­лыҡ уй: “Туҡта, туған, бүтәндәргә аҡыл өләшеүе еңел ул, тәүҙә үҙең­дең кәйефеңә ҡолаҡ һал”, – тип тыйғандай итте. Ризалашмай ҙа хәл юҡ, сөнки китаптарымда, гәзит-жур­налдарҙа сыға килгән мәҡәлә­ләремдә, радиолағы сығыштарымда аҙаҡҡы йылдарҙа зарланыу күберәк. Уфтаныуҙың сәбәптәре һәр кемдең үҙенеке, зар-серҙә­реңде ғәмгә сығара һалып барыу, әлбиттә, ирлек түгел. Шуға күрә тор­мошобоҙҙо рәтләр, кәйефе­беҙҙе күтәрер юлдар эҙләргә, шул юлдарҙы табыу өсөн ҡолаҡ һалыр­лыҡ кәңәштәр бирергә кәрәктер. Ошоларҙы мин үҙемде-үҙем шел­тә­ләү итеп тә, дуҫтарым, бәлки, ҡолаҡ һалыр тип тә яҙам.
Төрлө китаптар сығарыу (аҡсаң ғына булһын), көй яҙыу, һүҙ һөй­ләүгә әүәҫтәр хәҙер ифрат күп. Бай­таҡ йылдар элек Рауил Бикба­евҡа, иптәштәрсә генә, бер һорау биргәйнем. “Төхфәтович, башҡорт әҙәбиәтенә, айырыуса шиғриәткә, ҡатын-ҡыҙ ижадсылар эркелеп килер булып китте. Ошо мөхит ур­таһында ҡайнаған һинең был кү­ренешкә мөнәсәбәтеңде әйтһәң­се”. Рауил дуҫ, ифрат аҡыллы ке­ше, һорауымдың итәғәтһеҙлеген аң­ланы, шуғамылыр, һүҙҙе шаяр­тыуға борҙо. “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың нә­фис әҙәбиәткә ылығыуы халҡыбыҙҙың мәҙәни кимәленең күтәрелә барыуын аңлаталыр инде. Ә инде шиғриәттә ҡыҙҙар экспансияһын тәбиғәттәге ҡазаға оҡшатмау ҙа мөмкин түгел, ләкин… ни хәл итмәк кәрәк”.
Йыраусыларҙың, телгә бөткән­дәрҙең ауыҙына яулыҡ ҡаплау әмәле булмағандай, нәзәкәтле һүҙгә тартылыусыларҙы тыйыу замандары үтте. Әйләнеп килмәһен­дәр ҙә, ләкин ижадҡа ынтылыусылар уға ысынлап та һәләтлеме, әл­лә ғәмәлдәре үҙен күрһәтеү, хәҙергесә әйткәндә, пиар маҡсаты­нанмы?
Замананың ауыр уйҙары күптәр­ҙе ергә бөгә. Күршебеҙ Татарстан Республикаһының беренсе Президенты Миңтимер Шәймиев ҡай­һы саҡ: “Буш башты юғары тотоу еңел ул”, – тип әйтеп һала тор­ғайны. Һүҙ моңһоҙ-мәнеһеҙҙәргә төбәлгәндер, шәт. Әйткәндәй, Миңтимер Шәрип улы заманында: “Беҙ булдырабыҙ!” – тигән дәрт­ләндереү һәм намыҫландырыу һүҙен халҡына еткергәйне. Ябай­лыҡҡа тәрән мәғәнә һала белеү өл­гөһө булды ул. Ут күрше һәм туғандар идеяһын “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” – тип күтәреп алыуға, йәғни реинкарнацияға мөнәсәбәт, тәбиғи, төрлөсә, шул уҡ ваҡытта ҡо­ласлы маҡсаттар тураһында уйланғанда һүҙ уйнатыуҙы онотоп тороу хәйерлерәктер.
Был фани донъяның ыбыр-сыбырына бигүк илтифат итмәй, һәр нәмәне үҙенсә күреп, үҙенсә баһа­лап йәшәгән кешеләр була. Улар­ҙың бәғзе ғәҙәттәре бүтәндәр­ҙекенән айырылһа ла, ҡылыҡ-фиғелдәре ҡайһы саҡ сәйерһен­дерһә лә, күңелдәрендә әлегә беҙ аңлап еткермәгән хистәр йөрө­төүсе, йөрәгендәген һәр кемгә һәм һәр саҡ асып бармаусы кешеләр, бәлки, тормош ысынбарлығынан алыҫыраҡ йәшәйҙер, уларҙың асылында хыял урынды күберәк алалыр. Хәйер, кешенең уй-хыялдары ашъяулыҡ түгел, уны һәр кем алдына йәйеп һалып булмай. Шулай ҙа күңелдәген уны аңлағандай һәм ҡабул иткәндәйҙәргә еткерә йөрөү хәжәте, һис шикһеҙ, бар. Бәлки, замана еленең ҡайһы тарафтан һәм ни өсөн иҫеүен аңғарма­йым­дыр, шуға күрә республиканың киң мәғлүмәт сараларында аналитик фекерҙең һәм эшлекле, хәлде төҙәтеүгә йүнәлтелгән тәнҡиттең юғалыуына бер ниндәй ҙә сәбәптәр күрмәйем.
Һиҙемләүемдә яңылышмаһам, республикабыҙҙа ижади, дәртле хеҙмәт өҫтөнлөк алыр һымаҡ. Һәр хәлдә, ошо йүнәлештә халыҡ көтә-көтә көтөк булған фекерҙәр йәнә ҡуҙғатылды. Беҙҙең халыҡта түрә­ләр һүҙенә ышаныу юғалһа ла, эшкә дәртләнгән етәкселәргә ышаныс ябай кешеләрҙә тамам һүнеп бөтмәгән әле. Әммә шул уҡ халыҡ­тың: “Хәбәргә ышанма, күргәнгә ышан”, – тигән һүҙе лә бар. Шул хәҡиҡәтте хәтерҙә тотоп, ҙур вәғәҙәләрҙе кесерәк булһа ла тәғәйен эш менән нығытыу фарыз.
Башҡортостанға төрттөрөп әйте­үем түгел, әммә ҙур Рәсәй өҙлөкһөҙ форумдар, фестивалдәр, конкурс­тар донъяһына әүерелгән кеүек. Мәғлүмдер, донъяһын ҡайғыртҡан кеше шоу-саралар менән генә йәшәй алмай. Ил Президенты Владимир Путин да, республикабыҙ етәк­сеһе вази­фаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та һүҙ-ниәттәре менән халыҡҡа ҡанат ҡуйған һымаҡ. Улар бына-бына тал­пы­ныр ҙа күтәрелербеҙ, оса баш­ларбыҙ кеүек. Ләкин… Ҡанат ҡаҡҡас, осорға кәрәк икәнлеге мәғлүм бит инде. Тәбиғәт законы ла, йәмғиәт ҡанундары ла шуны талап итә.
“Һүҙ артынан һүҙ сыға, күп һөй­ләнһәң күҙ сыға”, – тигән иҫкәр­теүҙе иҫтә тотоп, буталсыҡлы фе­кер­ҙәремде бөгөнгә ослап торорға булдым. Ысындан да һүҙ менән ер ҙә һөрөлмәй, йорттар ҙа төҙөл­мәй, сихәт тә килмәй. Урамдарҙы эттәр тултырмаһын, балаларыбыҙ мохтажлыҡ күрмәһен, ололар был донъянан икенсегә риза күңел менән күсһен өсөн, нимәләр кәрәк­леген етәкселәр белә, фәҡәт улар ҡулы аҫтында эшләүселәр шул хә­ҡиҡәтте аңына һәм ҡанына һең­дерһен ине. Һүҙҙең осо, ысындан да, бөтмәҫ, халыҡ эште көтә.


Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.
Читайте нас