Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2019, 20:03

“Беҙгә унһыҙ еңелерәк булыр...”

Дүрт айлыҡ балаһын мунсала батырып үлтергән әсәнең һүҙҙәре был...

Фото: sledcom.ru
Фото: sledcom.ru
Кисә Ҡариҙел районында булған был ҡырағай хәл тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әле ваҡиғаның ҡайһы бер нескәлектәре асыҡланды.
Ғаилә Бөрө ҡалаһында йәшәй, ә Ҡариҙел районында дачалары бар икән. Улар унда аҙна һайын тиерлек ялға килеп йөрөгән. Был көн атай менән улы урманға утын әҙерләргә киткән. 40 йәшлек ҡатын ҡыҙы менән өйҙә ҡала. Уны мунсаға алып бара һәм тас эсендә батыра.
Үле һеңлеһен тәүҙә ағаһы таба. Тик баланың атаһына был яңылыҡты әйтергә теле әйләнмәй. “Атай, әсәй һине мунсаға саҡыра” тип кенә әйтә ала.
Асыҡланыуынса, ҡатын балаһын тапҡас депрессияға бирелгән. (Эйе-эйе, был ысын сир). Уның психикаһына бәйле проблемалар башланған. Ҡыҙын ни эшләптер кешегә лә һанамаған, уны “бүре балаһы”, “бесәй балаһы” тип атаған. Тик быны яҡындары етди ҡабул итмәгән, күрәһең...
Баланың үле кәүҙәһен тапҡас та, әсә йәшереп тормаған. “Мин уны батырҙым. Беҙгә унһыҙ йәшәүе еңелерәк буласаҡ”, тигән.
Әлеге ҡот осҡос ваҡиға буйынса “Бәләкәй баланы үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡатынды ҡулға алғандар, әле ул полицияла. Судмедэкспертиза билдәләнгән. Ҡатын психолог-психиатр экспертизаһы үтәсәк. Уны ҡулға алыу мәсьәләһе хәл ителә.
Читайте нас: