Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2019, 19:05

Бер көндә 45 водитель...

Кисә республика юлдарында 11 авария теркәлһә, уларҙа бер кеше һәләк булған, 12 кеше йәрәхәтләгән. Тәүлек эсендә ЮХХДИ инспекторҙары 2400 юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағын асыҡлаған, 45 эскән водителде тотҡан, урланған дүрт автомобилде тапҡан.

Фото: Башҡортостан ЮХХДИ сайтынан.
Кисә республика юлдарында 11 авария теркәлһә, уларҙа бер кеше һәләк булған, 12 кеше йәрәхәтләгән. Тәүлек эсендә ЮХХДИ инспекторҙары 2400 юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағын асыҡлаған, 45 эскән водителде тотҡан, урланған дүрт автомобилде тапҡан.


Төндә Күмертау – Ермолаевка юлында 30 йәшлек егет "Renault Logan" автомобилендә йәйәүлене төкөткән. Ҡатын авария урынында һәләк була. Водитель белдереүенсә, ҡатын үҙе көтмәгәндә юлға сыҡҡан.
Кисен иһә Туймазы районында Октябрьский ҡалаһынан 66 йәшлек ир "Kia Ceed" автомобилендә ҡаршы һыҙатҡа сығып, "Renault Sandero" автомобиле менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә "Kia Ceed" түңкәрелә. Икенсе автомобилдә булған водитель һәм 66 йәшлек пассажир йәрәхәтләнә.