Төрмәлә бер ултырып сыҡҡан кешенән, ғәҙәттә, йүнле бер нәмә лә көтмәҫкә өйрәнеп барабыҙ, шикелле. Законды бер боҙғандың был аҙымға кире бармаҫы шикле шул.
Сираттағы хәл дә ошоно дәлилләй кеүек. Кисә була ул. 30 йәшлек иҫерек ир Адмирал Ушаков урамы янындағы тимер юлында 34 йәшлек ҡатынға йәбешә. Ул уны үлтереү менән янап, көсләргә маташа. Ҡатындың бәхетенә күрә, был урындан йыраҡ түгел ерҙә Фәрит менән Евгений исемле ике ир үтеп барған була. Улар ҡысҡырыу тауышын ишетә һәм йүгереп барып, ҡатынды ҡотҡарып ҡала. Егеттәр ирҙе тота һәм полиция саҡыра.
Урынға шунда уҡ ЮХХДИ инспекторҙары килә һәм енәйәтсене Тәфтиш комитетына алып бара. Һорау алыу барышында ир дөрөҫөн һөйләп бирә.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, был ир ошоға тиклем “көсләү” статьяһы буйынса төрмәлә ултырып сыҡҡан Иглин районы кешеһе булып сыға. Быйыл февралдә генә төрмәнән сыҡҡан ир йәнә ҡара ҡылығына керешә. Әл дә Фәрит менән Евгений уға был енәйәтте аҙағына еткәрергә ирек бирмәй.