Был хәл бөтә Рәсәйҙе тетрәндергәйне заманында... Башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиға бит: көпә-көндөҙ бер сәбәпһеҙ өҫтөңә кислота һибеп китһендәр әле!
Ставрополье крайының Буденновск ҡалаһында йәшәгән ир кешегә ҡарата енәйәт эше ошо көндәрҙә судҡа тапшырылды.
Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, ғәйепләнеүсе бынан ике йыл элек велосипедта барған көйө үҫмер ҡыҙҙың йөҙөнә кислота һибә. Өс көндән һуң яуызлығын йәнә ҡабатлай, был юлы ҡул аҫтына 15-16 йәшлек ҡыҙҙар эләгә.
Енәйәтсене бер йылдан ашыу эҙләйҙәр. Ставрополье крайы губернаторы хоҡуҡ һаҡлаусыларҙан уны ер аҫтынан булһа ла эҙләп табыуҙы талап итә. Ниһайәт, 2018 йылдың сентябрендә генә енәйәтсене ҡулға алалар.
Ул медицина колледжында уҡыусы 19 йәшлек студент булып сыға. Енәйәтсе ғәйебен таный, ҡылығын “күңелгә йыйылған уҫаллыҡты һәм агрессияны сығарыу өсөн” тип аңлата. Күпме бирерҙәр яуызға – оҙаҡламай белербеҙ.