"Ҡайһы бер чиновниктарҙың шул тиклем оятһыҙ булыуына иҫем китә, – тип яҙа баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән берәү. – Мәскәү ҡунағы килер алдынан йорттоң подъезын, ал яғын ғына матурланылар ҙа – шуның менән вәссәләм. Ә Баязит Бикбай урамындағы 12/3 йорт менән 29-сы мәктәп араһын ипкә килтерергә оноттолар. Ул бит етәкселәргә күренеп тормай. Күрәһең, беҙҙең чиновниктар мунсала битен генә йыуа ла тәненең башҡа урындарын йыуып тормайҙыр. Нимәгә кәрәк? Кейем кейгән урын кешегә күренеп тормай бит".