Күптәр яратып тыңлаған йырсы һәм композитор Нурия Абдуллинаның рак менән сирләүе, уға дауаланыу өсөн аҡса йыйыу ойошторолоуы тураһында бер хәбәр иткәйнек инде. Беҙ уның хәлен күҙәтеп барабыҙ һәм күптән түгел уның ярҙам төркөмөндә, ниһайәт, яҡшы яңылыҡтар күренде.
“Лейкоз... әлегә ремиссия етте. Тимәк химия алырға кәрәкмәй. Әлхәмдулиллаһ!!! Был минең өсөн ҙур бүләк! Шатлыҡ! Тик эйфорияға, хистәргә бирелергә ярамай. Гематолог әйтеүенсә, сир башланғандан һуң биш йыл йәшәйһегеҙ икән, шул саҡта ғына еңеү тураһында һүҙ йөрөтәргә мөмкин. Дөрөҫөн генә әйткәндә башымдан үткән был мәхшәрҙән ҡурҡам, ныҡ ҡурҡам. Табиптың бар ҡушҡанын да үтәргә тырышасаҡмын. Өс айҙан йәнә пункция һәм киңәйтелгән анализ бирергә... Өҫтәмә сирҙәр тураһында. Операция яралары төҙәлде, тик ауыртыныу бөтмәне. Табиптар быны норма, ти. Ә бына аяҡтар... ярты йыл, бер йыл көтөргә кәрәк, ти, табиптар. Бәлки, иртәрәк үтер. Оҙаҡламай өйөмә ҡайтам. Һәр ярҙам иткән кешегә мин һәм ғаиләм бик рәхмәтле. Аллаһ һеҙгә ике донъя бәхете бирһен!” тип яҙҙы ул.
Эйе, Нурия Абдуллина химияны бик ауыр кисереүе, әллә нисә мәртәбә үлеп-терелеүе, тағы сирҙәр өҫтәлеүе тураһында яҙып тора. Унда лейкоздан тыш, бөйөрөндә лә яман шеш тапҡандар икән. Операция яһап, ул бөйөрөн алдырған. Хәҙер аяҡтары бик ауырта... Әле ул Санкт-Петербург ҡалаһындағы клиникаларҙың береһендә дауалана.
Әммә күренеүенсә, яратҡан йырсыбыҙ бер ҙә бошонмай. Бар көсөн һалып артабан көрәшеүен дауам итә. Был ғәмәлендә уға Аллаһ Тәғәләгә булған ышаныс ярҙам итә.
Беҙ ҙә уға ныҡлы һаулыҡ, лейкоз тигән ҡурҡыныс сирҙең кире әйләнеп ҡайтмауын теләйбеҙ. Иҫән-һау шәбәйеп, артабан да тамашасыһын һөйөндөрөр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.