Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
18 Июль 2019, 14:03
Шина шартлап, водитель йәрәхәтләнгән
Был – һирәк күренеш. Нилектән килеп сыҡҡан?
Фото "Башинформ"дан.
“Өфөнөң Совет районын төҙөкләндереү хеҙмәте” муниципаль учреждениеһында “КамАЗ”дың шинаһы шартлап, водитель ауыр йәрәхәт алған.
39 йәшлек ир «КамАЗ»да асфальт ташыған. Сираттағы рейс мәлендә машинаның артҡы тәгәрмәсе тишелгән. Водитель йөктө бушатҡан һәм предприятиеның гараж боксына юл тотҡан, шиналар монтажлау оҫтаханаһында тәгәрмәсте һүткән, бортын айырған, камераны алмаштырған һәм компрессор ярҙамында һауа тултырған. Унан һуң ул тәгәрмәсте этеп сығарып һөйәгән һәм баҫымды тикшерергә булған. Шул мәлдә шина эсендәге камера шартлаған һәм тәгәрмәс водитель яғына осҡан һәм башына бәрелгән. 22-се дауаханала табиптар уның мейеһе һелкенеүен, баш һөйәгенең күп урындан һыныуын асыҡлаған.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы белдереүенсә, Совет районының муниципаль учреждениеһында хеҙмәтте һаҡлау талаптары боҙола икән. Хеҙмәткәр кәрәкле һаҡланыу саралары менән тәьмин ителмәгән, хеҙмәтте һаҡлау тураһында идара системаһы положениеһы эшләнмәгән. Бәхетһеҙ осраҡҡа эште дөрөҫ ойоштормау, махсус урындан ситтә тәгәрмәс баҫымын тикшереү кеүек сәбәптәр килтергән тип белдерәләр ведомствонан.
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.