Башҡортостан
-18 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
18 Июль 2019, 14:18
“Табын” табынында эсмәйҙәр...
Ғафури районының Имәндәш ауылы эргәһендә Ғаилә этник фестивале үтте.
Фото: gafury.bashkortostan.ru
Ғафури районының Имәндәш ауылы эргәһендәге ошо уҡ исемдәге туристик базала Ғаилә этник фестивале үтте.
Сараның программаһы бик йөкмәткеле булды, унда 30-ҙан ашыу музыкаль коллектив һәм ҡул эштәре оҫталары, сәләмәт тормошҡа өйрәтеүселәр, рәссамдар ҡатнашты.
Дүрт майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре барһа, эргәләге аҡланда рәссамдар яһаған ағас һындар ҡуйылғайны. Фестиваль әүҙем ял итеүҙе лә аңлата, шуға күрә һыбай йөрөргә, йылға буйлап катамаранда йөҙөргә, һауа шарында осорға теләүселәр ҙә күп булды.
Йәмәғәтселек сараһы иҫерткес эсемлектәрһеҙ һәм тәмәкеһеҙ үтте.
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.