Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль 2019, 17:09

Бына ҡайҙа ул “ысын полковник”!

Кеҫәһенән бер миллионды – бюджет файҙаһына.

Фото: yaizakon.com.ua
Фото: yaizakon.com.ua
Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының тыл начальнигы (хәҙер инде элекке), полиция полковнигы ҡиммәт әйберҙәр һатып алыуға тотонолған килемен тулыһынса раҫлай алмаған.
2014 – 2015 йылдар дауамында ул алты миллион һумдан ашыуға ике бүлмәле фатир һәм Toyota Land Gruiser автомобиле һатып алған. Ә рәсми килеме бындай сығымдарға етерлек түгеллеген прокуратура хеҙмәткәрҙәре асыҡлаған.
Судта ул биш миллион һумдың ҡайҙан килеүен иҫбатлай алған. Ҡалған бер миллионды полковниктың кеҫәһенән бюджет файҙаһына тартып аласаҡтар.
Читайте нас: