Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль 2019, 20:49

Эт магазинға үҙе йөрөй

"Биргән аҡсаны теше менән ҡыҫып ала ла күршеләге магазинға саба. Ә унда бөтә һатыусылар ҙа уның ниңә килгәнен белә..."

Фото: mobile.suddenlink2go.com
Фото: mobile.suddenlink2go.com
Ҡытайҙың Ченду ҡалаһында йәшәгән Ву Цань Хеның Леле ҡушаматлы эте шул тиклем аҡыллы, хатта үҙенең тамағын хәстәрләп магазинға йөрөй.
Ул, ашағыһы килһә, өрөп эйәһенә ҡарай. Хужа иһә был билдәгә аҡса бирергә тейеш була.

"Мин Лелега бер юань бирәм. Ул аҡсаны теше менән ҡыҫып ала ла күршеләге магазинға саба. Ә унда бөтә һатыусылар ҙа уның ниңә килгәнен белә", – ти хужаһы.
Леле бер нисек тә үҙен алдатмай. Һатыусы аҙыҡты ҡағыҙға төрмәйенсә, аҡсаны бирмәй. Ә аҡса урынына ғәҙәти ҡағыҙ һуҙып, аҡыллы этте бер нисек тә алдатып булмай икән.
Читайте нас в