Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль 2019, 18:03

Хөкөм ҡарары менән риза түгел

252 граждандың 37 миллион һум аҡсаһын үҙләштереп тә...

Фото: mail.ru
Фото: mail.ru
Башҡортостан Юғары суды “Алмас-Инвест” финанс пирамидаһын төҙөгән 53 йәшлек ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.


2014 йылда ҡатын фекерҙәштәре менән бергә Өфөлә кредит кооперативы ойоштора. Ул килешеү төҙөү бүлеге белгесе булып иҫәпләнә, ғәмәлдә үҙе үк идара итә. Кооперативтың офистары Башҡортостанда, Татарстанда, Удмуртияла, Сыуашстанда, Мари илендә асыла. Граждандарҙың аҡса һаҡламы өсөн 21-ҙән 25 процентҡа тиклем килем вәғәҙәләп килешеүҙәр төҙөлә. Бындай юғары ставканы ул бәләкәй заемдарҙы уңышлы эшкә йәлеп итеүе менән аңлата. Ышандырыр өсөн, клиенттарына тәүҙә яңы асылған аҡса һаҡламы иҫәбенән әленән-әле проценттарҙы түләп бара.


Был кооператив тарафынан 2014 йылдың авгусынан декабргә тиклем 252 граждандың 37 миллион һум аҡсаһы үҙләштерелгән. Өфө ҡалаһының Октябрь районы суды ҙур сумманы урлау, мутлашыуға бәйле статья буйынса ҡатынды биш йылға ҡаты режимлы төрмәгә ултыртырға тигән ҡарар сығара.


Ҡатын хөкөм ҡарары менән риза булмай кире судҡа бирә. Тик әлеге суд ҡарары көсөндә ҡала.
Читайте нас: