Өфөлә бәйләнсек коллекторҙарға штраф һалдылар. Хәл былай була.
67 йәшлек пенсионер "Быстроденьги" компанияһынан кредит ала. Әммә аҡсаға мохтажлығы тыуып, ул бурысын түләй алмай. Шунан коллекторҙар бер туҡтауһыҙ шылтыратып маҙаһына тейә башлай.
Ә закон буйынса, аҙнаға ике тапҡырҙан күберәк шылтыратыу тыйыла. Бурысын ҡайтарыу юлдарын эҙләмәһә лә, үҙ хоҡуғын яҡшы белгән пенсионер аптырап ҡалмай – суд приставтарына мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә коллекторҙар компанияһына 50 мең һум штраф һалалар.