Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль 2019, 19:44

Медицина ярҙамына мохтаж малайҙар юғалған

Улар велосипедҡа ултырып сығып киткән, шунан бирле үҙҙәрен бер кем дә күрмәгән...

Фото: "Лиза Алерт" төркөмөнән.
Башҡортостанда ике үҫмер юғалған. Икеһе лә медицина ярҙамына мохтаж. Улар велосипедҡа ултырып сығып киткән...


15 йәшлек Алмаз Ҡотдосов менән Сергей Щегорин 18 июлдә Йәрмәкәй районының Тарҡаҙы ауылынан сығып киткән. Шунан бирле уларҙы бер кем дә күрмәгән. Үҫмерҙәрҙе “Лиза Алерт” ҡотҡарыу төркөмө эҙләй.


Алмаздың буйы 145 см, ябыҡ, сәстәре һәм күҙҙәре көрән. Ҡыҙыл джемпер, һоро спорт трикоһы, һоро кроссовки кейгән.


Сергейҙың буйы 175 см, ябыҡ, сәстәре ҡара, ҡыҫҡа, күҙҙәре көрән. Һоро футболка, зәңгәр спорт трикоһы, һоро кроссовки кейгән.


Уларҙың ҡайҙалығын белһәгеҙ, 800 700 54 52 йәки 112 номеры буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.