Күп кенә енәйәттәрҙең сәбәбе – мөхәббәт. Дөрөҫөрәге, уның нәфрәткә әйләнеүе. Әлеге ирҙең ҡылығы ла көнләшеү арҡаһында килеп сыға. Тик аҙағының ни тиклем ҡурҡыныс бөтөү ихтималлығы тураһында уйламай.
Октябрьский биҫтәләренең береһендә янғын сыға. Был ағас йортта өс балаһы менән 37 йәшлек ҡатын йәшәй. Төндә үтеп барыусылар ут ялмап алған ихатаны күреп ҡала һәм уның тәҙрәһен вата. Йүгереп килеп сыҡҡан ҡатын ҡаралтыларының яныуын, уттың өйҙө лә ялмай башлауын күрә. Ул балаларын уятып сығара һала һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Бәхеткә күрә, бөтәһе лә иҫән ҡала. Полиция хеҙмәткәрҙәре йортҡа махсус ут төртөүҙәрен асыҡлай.
Аҙаҡ ҡатындан һорау алғанда шул билдәле була. Был хәлдән бер көн алда ул 34 йәшлек өйҙәше менән талаша һәм уны ҡыуып сығара. Тегеһе шылтыратһа ла, ғорур ҡатын трубканы алмай...
Ирҙе тиҙ табалар. Ул ғәйебен таный. Ҡылығын көнләшеү сәбәпле тип аңлата. Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.