Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2019, 13:41

13 йәшлек малай ике самолетты алып киткән

Ә ата-әсәһе уны был ваҡытта үҙ бүлмәһендә йоҡлап ята икән тип уйлаған...

Фото: AsiaWire
Техника менән ҡыҙыҡһынмаған малай бармы икән? Ә бына Ҡытайҙа 13 йәшлек үҫмергә шул хыялы бер түгел ике самолетты алып китергә мәжбүр иткән.
Экскурсия бюроһында була был хәл. Малай төндә ойошманың ангарына үтеп инә лә ҙур булмаған самолетты ихатаға алып сыға. Әммә "кескәй пилот"ҡа йыраҡ китергә яҙмай – ул шунда уҡ идара итеүҙе юғалтып, кәртәгә барып бәрелә.
Бынан һуң үҫмер икенсе самолетҡа ултыра. Уныһын да ҡабыҙып, бер нисә әйләнеш яһағас, был урындан сығып һыҙа. Бюро хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыҡһыныусан үҫмерҙе күҙәтеү видеояҙмаларынан танып ҡала. Бығаса ул бында килеп, бер нисә сәғәт буйы самолетты нисек ремонтлауҙарын күҙәтеп йөрөгән. Ә ата-әсәһенең был хәлгә иҫе китә, сөнки улар был саҡта малайҙары үҙенең бүлмәһендә йоҡлап ятҡан тип уйлай.
Нимә генә булмаһын, үҫмергә ҡылған ҡылығы осон яуап бирергә тура киләсәк.