Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2019, 13:19

Бүләге ни хаҡ икән?

Насиптың эш бүлмәһендә ултырабыҙ. Бер мәл ишек шаҡыйҙар.– Әйҙү-ү-үк!..

Фото: twitter.com
Фото: twitter.com
Насиптың эш бүлмәһендә ултырабыҙ. Бер мәл ишек шаҡыйҙар.
– Әйҙү-ү-үк!
Насиптың аралашып йөрөгән һабаҡташы икән. Университетта бер төркөмдә уҡығандар. Тыуған көнө менән ҡотларға килгән. Ҡара сәсле һөймәлекле һылыуҡай:
– Ошо кескәй генә бүләгемде ҙур итеп ҡабул ҡыл. Сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйем, – тип уға ҡулындағы бүләген һондо.
Насиптың ауыҙы йырылды.
– Кит, нимә һөйләйһең! Бүләктең ҙуры, бәләкәйе була тиме. Иғтибарың өсөн ҙур рәхмәт инде, – тип ҡыҙыҡайҙы ҡосаҡлап яратып алды.
Хәл-әхүәл белешеп, бер сама һөйләшеп ултырғас, ҡунағыбыҙ урынынан ҡуҙғалды. Ә Насип компьютерға текәлде:
– Бүләге ни хаҡ тора икән?..
Читайте нас: