Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2019, 19:54

Баланың кәүҙәһен зыяраттан эҙләгеҙ...

Юғалыр алдынан ул ҡатынына “Улыңды бүтән бер ҡасан да күрмәйәсәкһең” тип яҙып ебәрә.

Фото: yandex.com
Фото: yandex.com
Польшала Рәсәй гражданы, биш йәшлек Давид Жуковскийҙың юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Был хәл 11 июлдә булғайны.
Тыумышы менән Рәсәйҙән булған йәмәғәтенән айырылған Польша гражданы Павел Жуковский улдарын ҡатынына алып барған саҡта үҙе лә, бала ла юҡ була. Күп тә тормай уның үле кәүҙәһен табалар. Ә бала бер ҡайҙа ла юҡ. Ир үҙ-үҙенә ҡул һалған. Әйткәндәй, юғалыр алдынан ул ҡатынына “Улыңды бүтән бер ҡасан да күрмәйәсәкһең” тип СМС-хәбәр ебәрә.
Әле асыҡланыуынса, ир ҡомарлы уйындар менән мауыҡҡан. Ошо сәбәпле ҙур сумма бурысы йыйылған. Беҙҙең аҡса менән – 3,3 миллион һум самаһы. Шулай уҡ уның наркотиктар менән мауыҡҡан булыуы ла ихтимал тиҙәр. Тик быны хәҙер тикшереү мөмкин түгел – кәүҙәһе күмелгән.
Баланың иҫән булыуына бер ышаныс та ҡалмаған... Полиция Польшалағы билдәле экстрасенсҡа мөрәжәғәт иткән. Ул, баланың кәүҙәһен зыяраттан эҙләгеҙ, тигән. Ике вариант әйткән. Беренсеһе буйынса, ир балаһын машинала үлтергән һәм яҡындағы зыяратҡа индереп плитәләр араһына йәшергән йәки шул тирәләге сүплек контейнерына һалған. Икенсеһе – шулай уҡ машинала үлтергән һәм зыяраттан өс саҡырмдағы йылғаға ташлаған. Хәҙер эҙләүгә водолаздар ҙа ҡушылған.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын ирен аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм итергә йыйынған. Күрәһең, былай ҙа саҡ йөрөгән иргә был етә ҡалған, сөнки тәүге йәмәғәте лә, Украина гражданы, унан балаһы менән ҡасҡан булған...
Ир ҡатынынан үс алыу планын әҙерләп йөрөй, бының өсөн махсус рәүештә эшенән ял ала. Һәм ошондай ҡот осҡос юлды һайлай...
Читайте нас: