Нуриман районының Павловка һыу һаҡлағысында бөгөн бер түгел, ике ғәҙәттән тыш хәл булды.
Көндөҙ сәғәт 3-тәр тирәһендә ял базаларының береһендә ике ҡатлы таунхауста янғын сыға. Иҙән япмаһының бер өлөшө яна башлай. Янғын һүндереүселәрҙең тиҙлеге арҡаһында ғына оло бәлә сыҡмай. Бәхеткә күрә, уттан зыян күреүсе булмай.
Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Кискеһен бер төркөм кеше балалары менән бергә катерҙа йөрөргә була. Китеп барғанда катер ҡапыл һүнә. Уны яңынан тоҡандырырға маташҡанда мотор тирәһендә шартлау яңғырай. Был ваҡытта катерҙа бөтәһе алты кеше, шул иҫәптән өс, һигеҙ, ун ете йәшлек өс бала була. Барыһы ла зыян күрә, тәндәре бешә. Әле улар Өфөнөң 18-се дауаханаһында.
Бәлә аяҡ аҫтында. Ял итергә килеп, дауаханаға эләк инде…