Өфөлә 57 йәшлек Альберт Рәхимҡолов хәбәрһеҙ юғалған. Был хаҡта "Лиза Алерт" эҙләү отряды ирекмәндәре хәбәр итә.
Туғандары ирҙең 18 июлдә көмөш төҫөндәге "Шевроле Нива" машинаһында сығып китеүен һәм кире әйләнеп ҡайтмауын белдерә.
Ирҙең билдәләре: буйы 168 сантиметр, ныҡлы кәүҙәле, сал сәсле, түбәһендә сәсе ҡойолған, ҡуңыр күҙле. Өҫтөнә ҡара футболка (поло), аҡһыл көрән джинсы, көрән ботинка кейгән.
Альберт Рәхимҡолов бүтән ҡалала йәки районда булыуы ихтимал. Уны күреүселәр булһа, 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итегеҙ.