Был хаҡта Земфира үҙенең "Бәйләнештә" шәхси сәхифәһендә: "Ауылдағы туйҙарҙың үҙенә хас атмосфераһы була. Иркенлек, ҡунаҡтарҙың ихласлығы, ябайлығы, өҫтәлдең ризыҡтан һығылып тороуы. Йәнә гармун тартып бейеү, ҡушылып йырлау... Кисә Мәсетле районының Яңы Яуыш ауылында ла шулай булды. Күп осраҡта, ауылда туй, тиһәләр, буш түгелмен, тип ҡотолам. Ә был юлы Зарема тәү күрешкән мәлдә үк күңелгә ятты ла ҡуйҙы! Ныҡ ихлас ҡыҙ. "Кейәүгә сыҡһам, туйымды Земфира апайҙан алып барҙыртасаҡмын тигән хыялым бар ине. Бына кейәүгә лә сыҡтым. Кейәүем дә ҡаршы түгел. Шулай булғас, һеҙ Мәсетлегә киләһегеҙ" тип күндерҙе лә ҡуйҙы. Нисек инде ошондай хыялға ҡаршы тора алаһың! Йәштәргә бәхет, бөтмәҫ мөхәббәт теләйбеҙ", – тип яҙҙы.