Санкт-Петербург ҡалаһында 68 йәшлек пенсионер, 49 йәшлек ҡыҙы үлгәс, төндә уны урамға, ҡыуаҡтар араһына сығарып һалған. Имеш, ерләргә аҡсаһы юҡ.
Әбей ҡыҙы бер нисә көн элек карауатында үлеп ятҡан тип белдерә. Мәйет еҫләнә башлағас, уны юрған тышына төрөп, урамға сығарып һала. Әбей был аҙымға барыуын аҡсаһы булмауы, ни бары алты мең пенсия алыуы менән аңлата. Шулай ҙа икенсе ҡыҙының әсәһенә ярҙам итеп тороуы билдәле.
Мәйетте көсләп үлтереү билдәләре табылмаған, тикшереү эше башланған.
Әбейҙең ҡыланышы бөтә халыҡты аптырата. Һаранлыҡмы был, әллә кешеһеҙлекме?