Йәмғиәт
21 Июль 2019, 14:02

Ауылдаш ниңә үҙгәрҙе?

Сираттағы ҡайтыуында ауылдашына инеп эш һорамаҡсы булғайны. Әтеү гел ҡырыҫ Себерҙә йөрөү ялҡытты...

Фото: salt1065.comФото: salt1065.com
Фото: salt1065.com
Юлдаш ағай апаруҡтан Себер тарафында йөрөй. Бер көн Өфө урамынан китеп барғанда кемдеңдер ҡысҡырғанын ишетте.
– Юлдаш ағай, Юлдаш ағай!
Кем икән? Ир тирә-яғына ҡараны, әммә бер кемде лә күрмәне. Ахыры, ярай, ҡолаҡҡа ғына салынғандыр, тине лә юлын дауам итте.
– Юлдаш ағай, Юлдаш ағай! – Теге тауыш тағы ҡабатланды.
Баҡһаң, ауылдашы Морат икән. Үҙенән апаруҡ кесе егет, күптән күрмәгән ағаһын осратҡандай, уны ҡосаҡлап уҡ алды.
– Ағай, хәлдәр нисек? Әллә ҡайтып килеүеңме?
Егеттең илгәҙәклегенә, ябайлығына иҫе китте Юлдаштың. Бығаса уны ҡоро кеше итеп белә инесе. Бер ойошмала директор булып эшләй ул. Унан теге ваҡыттағы хәл келт итеп иҫенә төштө.
Сираттағы ҡайтыуында ауылдашына инеп эш һорамаҡсы булғайны. Әтеү гел ҡырыҫ Себерҙә йөрөү ялҡытты. Секретарь ҡыҙ хужаның ниндәйҙер эш менән мәшғүл булыуын белдереп, саҡ ҡына көтөп торорға ҡушты. Ярты сәғәт үтте, бер... Ә директор бушаманы ла бушаманы. Инде сәғәт бер тула тигәндә Морат килеп сыҡты ла уның яғына сикәһе менән генә ҡарап:
– Әлегә ҡабул итә алмайым, мөһим эш менән саҡырҙылар, – тине.
Иртәгәһенә лә ваҡыты булманы етәксенең. Шулай итеп, ауылдашына ниәтен еткерә алманы ул.
Юлдаш ағай бер нисә көн элек кенә ауылдашын вазифаһынан бушатыуҙарын әлегә белмәй ине…
Читайте нас