Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июль 2019, 20:18

Бер айлыҡ бала араҡынан үлгән

"Олатай ейән менән бергә эсергә тейеш..."

Фото: ugpressa.ru
Фото: ugpressa.ru
Иҫерткес эсемлектең кемгә бәхет килтергәне бар? Был юлы ла шул сәбәпле бер айлыҡ бала фажиғә ҡорбанына әүерелә.
Пекин ҡалаһында ғаилә сабыйҙарына бер ай тулыуҙы билдәләргә байрам табыны әҙерләй. Олатаһы ҡыуанысынан бокалын күтәрә һәм тост әйтә. Шул мәл ҡунаҡтар араһынан берәү шаяртып, олатай ейән менән бергә эсергә тейеш, ти. Үҙен сикһеҙ бәхетле тойған олатайға шул ғына етә – ейәненең ауыҙына үҙенең бокалынан өлөш сығара.
Әсәһе шунда уҡ баланы тартып ала ла бит, һуң була. Ярты сәғәттән сабыйҙың тын алышы туҡтала. Дауаханала ла ярҙам итә алмайҙар. Табиптар малайҙың араҡынан ағыуланып үлгәнен билдәләй.
Читайте нас: