Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июль 2019, 02:20

Ете йылға “ултырыуың” да ихтимал...

Юлдарҙағы аварияларҙың төп сәбәбе – ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыу, тип билдәләне Эске эштәр министрлығы вәкилдәре.

Фото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
Юлдарҙағы аварияларҙың төп сәбәбе – ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыу, тип билдәләне Эске эштәр министрлығы вәкилдәре.


Проблеманы хәл итеү өсөн транспорт ағымын айырырға кәрәк, тип иҫәпләй улар. Был положение “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектында ла сағылыш алған.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин Хөкүмәткә 2020 йылдың 1 декабренә юлдарҙа хәүефһеҙлек буйынса 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән дәүләт программаһын әҙерләү бурысын йөкмәтте. Ул юл хәрәкәте фажиғәләрен кәметеүгә йүнәлтелгән.


Иҫерек водителдәр арҡаһында үлем осраҡтары теркәлгәндә, ғәйеплеләр авария урынынан ҡасып киткәндә, иректән мәхрүм итеү срогы тағы ла артасаҡ. Элек был срок дүрт йылға тиклем билдәләнһә, хәҙер өс йылдан ете йылға тиклем оҙайтылды. Өҫтәүенә штрафтар ҙа арттырылды.

Читайте нас: