Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июль 2019, 16:43

Марат Хәйруллин: "Луиза аҡсаны яңғыҙы урланы"

Ишеттегеҙме? Беренсе канал аша бөтә илгә “Мин Луизанан аҡса урлаттым һәм уларҙы уйнап бөттөм...” тип ултырған Марат Хәйруллин әле килеп был һүҙҙәренән баш тартҡан...

Ишеттегеҙме? Беренсе канал аша бөтә илгә “Мин Луизанан аҡса урлаттым һәм уларҙы уйнап бөттөм...” тип ултырған Марат Хәйруллин әле килеп был һүҙҙәренән баш тартҡан. Бына исмаһам “ирлек”!
Был турала СобКор02 порталы хәбәр итә.


Аҡсаны Луиза яңғыҙы урланы, мин уларҙың ҡайҙалығын белмәйем, тигән Марат. Ә тапшырыуға ҡатындың яҡлаусылары баҫымы аҫтында барҙым һәм бөтә илде алданым, тип әйтә ти. Бының өсөн ул хатта ғәфү үтенде.
Бына һиңә мә! Нимәгә ышанырға һуң хәҙер? Марат үҙ башын яҡлайым тип йәнә алдашамы? Әллә Луиза, ысынлап та, аҡсаны бер үҙе генә урлағанмы? Һәр ваҡыттағыса, был тарихта аңлашылмаусанлыҡ дауам итә.
Луиза яғынан һаман хәбәр юҡ. Ул әлегә 2 сентябргә тиклем төрмәлә. Статьяһы буйынса 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Иренең дә урлашыуҙа ҡыҫылышы булһа, енәйәт төркөм менән башҡарылған тип иҫәпләнәсәк һәм был осраҡта сроктың иң ҙуры янаясаҡ.
Әйткәндәй, Хәйруллиндарҙың ҡыҙҙары әле Луизаның атаһы менән.