Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июль 2019, 16:00

Йәнә юл хеҙмәткәрҙәре тапалды...

Иҫерек водитель ваҡиға урынынан ҡасҡан.

Фото: gtrk.ru
Фото: gtrk.ru
Хәбәр итеүебеҙсә, уҙған аҙнала ғына Өфө – Стәрлетамаҡ трассаһында йөк машинаһы юл хеҙмәткәрҙәрен тапатҡайны. 14 июлдә шулай дүрт эшсенең ғүмере өҙөлдө.


Был аҙнала ошоға оҡшаш хәл ҡабатланды. Кисә Миәкә районында була ул. Ике юл хеҙмәткәре йәйәүлеләр өсөн юлға билдә һыҙып йөрөгәндә тәгәрмәс аҫтында ҡала... 54 һәм 56 йәшлек ирҙәрҙе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙаталар.


Ә водитель ваҡиға урынынан ҡаса. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уны авария урынынан 12 километр алыҫлыҡта, урман ситендә тота. Ошо райондан 29 йәшлек кеше булып сыға ул.
Асыҡланыуынса, ир ВАЗ 2115 автомобиле менән иҫерек хәлдә идара иткән. Эште тикшереү башланған.
Читайте нас: