Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Тәфтиш идаралығы күп фатирлы йорттарҙы төҙөүҙә мутлашҡан генераль директорға ҡарата асылған енәйәт эшен тикшереүҙе дауам итә. Ул өлөшләтә төҙөлөшкә өлөшсөләрҙе йәлеп итеп алдаған. Етмәһә, төҙөлөш фирмаһын күрәләтә банкротлыҡҡа төшөргән.
Сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан булған ир, Өфө ҡалаһының Ленин районында торлаҡ йорттар төҙөгән фирманың генераль директор вазифаһында төҙөлөш алып барыуға килешеүҙәрҙе оҙайтмайынса туғаны менән берлектә фатирҙар һатыуға килешеү төҙөгән.
Тәфтишселәр Өфөнөң Ленин районының Әхмәтов урамындағы 302-284-се йорттар янындағы ер участкаһындағы йорттарҙы төҙөгән фирма етәкселегенән зыян күргәндәрҙең 8 (347) 279-29-39, 279-57-06 телефондарына шылтыратыуҙарын йәки Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 65/5-се йортҡа мөрәжәғәт итеүҙәрен һорай.