Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2019, 17:18

Алты бала әсәһен элекке ире үлтергәнме?

Өс аҙна самаһы элек Бөрө районының Калинники ауылында йәшәгән Оксана Волкова юғалғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бик күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды: алты бала әсәһен үле килеш тапҡандар.

Өс аҙна самаһы элек Бөрө районының Калинники ауылында йәшәгән Оксана Волкова юғалғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бик күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды: алты бала әсәһен үле килеш тапҡандар.


Билдәле булыуынса, ҡатын 3 июлдә үҙ районынан Өфө ҡалаһы дауаханаларының береһенә тип сығып китә һәм ғәйеп була. Әйткәндәй, ҡатынды үлтергәндәр. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, быны уның элекке ире эшләгән.


46 йәшлек ҡатындың алты балаһы ҡалды, уларҙың иң бәләкәсенә ни бары биш йәш.


Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас: