Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2019, 19:38

Ҡатынды ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарған

Социаль селтәрҙәрҙә бер ир кеше ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен эҙләүен яҙған.

PROUFU.ru
Социаль селтәрҙәрҙә бер ир кеше ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен эҙләүен яҙған.
21 июлдә Стәрлетамаҡ – Өфө юлында уның ауырлы ҡатыны менән ҡустыһы китеп барған машинаны, ҡағиҙәне боҙған өсөн, инспекторҙар туҡтата. Был ваҡытта ҡатынды тулғаҡ тота башлаған була.
Бәхеткә күрә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре был хәлгә битараф ҡалмай, ярҙам тәҡдим итеп, ҡатынды бала табыу йортона тиклем илтеп ҡуялар.
— Бар икән әле беҙҙең арала изге күңелле кешеләр. Рәхмәт уларға. Ҡыҙыбыҙ донъяға килде! – тип хәбәр итә бәхетле атай.
Ул шулай уҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәренең исем-шәрифен белмәүен, уларҙы шәхсән күреп, бүләк тапшырғыһы килеүен дә хәбәр иткән.