Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2019, 23:20

Көтөүсене йылан сағып үлтергән…

“Дарыуҙы иртәгә килтерәсәктәр”, — тип туғандарын ҡайтарып ебәрәләр.

“Дарыуҙы иртәгә килтерәсәктәр”, — тип туғандарын ҡайтарып ебәрәләр.


Бик ныҡ көтөп алһаҡ та, йәйҙең хәүефе лә байтаҡ ҡына шул. Шуларҙың береһе — йылан сағыу ихтималы. Беҙҙең төбәктәрҙә, йылы яҡтар менән сағыштырғанда, әллә ни ҡурҡыныс төрҙәре булмаһа ла, ҡара йыландан һаҡ булыу ҡамасауламай.


Ошо көндәрҙә күрше Силәбе өлкәһендә йәшәгән ирҙең аяғын ҡара йылан саға. Урманда йылҡы малы көткәндә була был хәл. Ир тәжрибәле була, күрәһең, шунда уҡ йыланды үлтерә лә, уны банкаға һалып, дауаханаға илтә.


Ирҙең туғандары белдереүенсә, табиптар бик оҙаҡ һәм ентекле итеп һөйрәлеүсене өйрәнә, төрөн билдәләргә тырыша... Тик дауаханала йылан ағыуына ҡаршы дарыу юҡлығын белдерәләр һәм система ҡуйыу менән генә сикләнәләр. “Дарыуҙы иртәгә килтерәсәктәр”, — тип туғандарын ҡайтарып ебәрәләр.


Ә кис еткәс, көтөүсе ир йән бирә... Хоҙай “һаҡланғанды һаҡлармын” тигән дә бит, тик табиптарға ла яуаплыраҡ булыу кәрәктер.


Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: