Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2019, 15:29

Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә

Белорет районына ҡараған урманда ҡотҡарыусылар аҙашҡан өс ҡатынды тапты. Еләк йыйырға сыҡҡан 1970, 1941, 1941 йылғы ҡатындар машиналарын юл буйында ҡалдырып, урманға төпкә инә.

Белорет районына ҡараған урманда ҡотҡарыусылар аҙашҡан өс ҡатынды тапты. Еләк йыйырға сыҡҡан 1970, 1941, 1941 йылғы ҡатындар машиналарын юл буйында ҡалдырып, урманға төпкә инә. Ҡайтырға йыйынғас, улар аҙашҡанлыҡтарын аңлай һәм 112 һандарын йыйып, ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итәләр. Ярҙамға килеүселәр ҡатындарҙы Өршәк һәм Уралтау станциялары араһында таба. Бәхеттәренә күрә, ярай әле бәйләнеш була.


Урманда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге тураһында белгестәр шуны кәңәш итә.


Алдан һауа торошо менән танышып, миҙгелгә ярашлы һәм сағыу кейенегеҙ; туғандарығыҙҙы ҡайһы яҡҡа барыуығыҙ тураһында иҫкәртегеҙ; бараһы ерегеҙҙе алдан картанан өйрәнегеҙ; зарядкаланған кеҫә телефоны, һыҙғыртҡыс (ҡысҡырып хәл бөткәндә ул ныҡ ярҙам итә) алығыҙ; тағы ла үҙегеҙ менән биштәрегеҙҙә компас, бысаҡ, фонарь, шырпы, һыу, аҙыҡ, ямғырҙан ышыҡланырға шыптыр булһын. Таныш булмаған урманда төпкә инмәгеҙ, йөрөгән саҡта ағастарға билдә ҡуйып китергә мөмкин.


Аҙашҡан хәлдә ҡурҡмағыҙ, тынысланып, машина, эт өргән тауыш ишетелмәйме – тыңлағыҙ. Ҡайҙа барырға белмәһәгеҙ йә төн етһә, туҡтап ҡуныр урын ҡарағыҙ. Берәй ағас төбөндә бейегерәк ҡоро урында туҡталығыҙ, ҡоро-һары әҙерләгеҙ. Ағасҡа арҡа менән ятырға кәрәк, ә утты төн буйы һүндермәгеҙ.


Ә шулай ҙа иң яҡшыһы үҙең белгән таныш урманда иптәштәр менән генә йөрөр кәрәк.


Фото: mail.ru
Читайте нас: