Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2019, 19:07

Тыуған көнө күрһәтелмәгән тип, пенсияһыҙ ҡалдырырға тейеш түгелдәр

Күп кенә таныҡлыҡтарҙа тыуыу тураһындағы датаның күрһәтелмәүе ауылдарға хас күренеш булған.

Күптән түгел “Башҡортостан” гәзите сайтында 90 йәшлек Бибикамал Ғүмәрованың документтарында тыуған көнөнөң һәм йылының күрһәтелмәүе хаҡында яҙғайныҡ инде.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендә “пенсия барыһына ла, хатта үҙҙәренең тыуған көнөнөң дөрөҫ датаһын белмәгәндәргә лә түләнергә тейеш” тип белдергәндәр. Әйткәндәй, элек күп кенә таныҡлыҡтарҙа тыуыу тураһындағы датаның күрһәтелмәүе ауылдарға хас күренеш булған. Бибикамал Ғүмәроваға килгәндә, уның республикабыҙҙан Силәбе өлкәһенә күсеүе хәлде ҡатмарлаштырған.
“Законға ярашлы, тыуған көндөң аныҡ күрһәтелмәүе пенсия тәғәйенләүҙә кәртә була алмай, шуға күрә ҡатындың пенсияға ғына түгел, башҡа социаль түләүҙәргә лә хаҡы бар”, – тип белдергәндәр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлегендә. 1930 йылда Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондары Башҡорт АССР-ына ҡараған. Тимәк, документтар ҙа унда һаҡлана. Ә Башҡортостанда Бибикамал Ғүмәрова тураһында мәғлүмәттәр табылмаған. Хәҙер уның туғандары ҡатындың тыуған көнө датаһын суд аша раҫларға ниәтләнә.
Фото: 1 news.zp.ua
Читайте нас: