Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2019, 00:58

Йәштәр өсөн бар ишектәр асыҡ

Тап шуны йәнә бер ҡат раҫланы "Аҫылташ".

Автор фотолары.
Автор фотолары.
Данлы Баймаҡ төбәгендә дүрт көн дауамында барған “Аҫылташ-2019” башҡорт мәҙәниәте форумы үҙ эшен тамамланы. Әлегә. Бер йылдан республикабыҙҙың киләсәк быуыны тап ошо майҙанға йәнә йыйыласаҡ.
Форумды ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусылар белдереүенсә, йыйын юғары кимәлдә үткән.
“Хатта таралышҡы ла килмәй, дүрт көндә бер-беребеҙ менән шул тиклем яҡын дуҫтарға, фекерҙәштәргә әйләндек. Уртаҡ проблемалар, уй-теләктәр бергә тупланы, яңы идеялар тағы ла үргәрәк ынтылырға этәргес бирҙе, яңы көс, дәрт алдыҡ, ысын дуҫтар таптыҡ, аралаштыҡ, рәхәтләнеп ял иттек. Әллә күпме проекттар яҡланды, дискуссия майҙансыҡтары эшләне, башҡорт телендә дебаттар ойошторолдо. Һау бул, “Аҫылташ-2019”! Һаумы, “Аҫылташ-2020” тип әйтергә яҙһын, – ти форумда ҡатнашыусы ҡыҙ һәм егеттәр.
Бөгөн йәштәр өсөн бар ишектәр асыҡ, мөмкинлектәр сикһеҙ – тап ошоно раҫланы “Аҫылташ”. Башҡорт мәҙәниәте форумы киләһе йылда тағы ла киңерәк майҙан туплар тигән ышаныста таралышты һәр кем.
Читайте нас: