Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2019, 19:07

Алдаҡсы Баһауетдиновтарҙы эҙләйҙәр

Мәскәү эргәһендәге Люберцы һәм Пушкин ҡалаларының полиция бүлектәре билдәле Өфө төҙөүселәре – аталы-уллы Баһауетдиновтарҙы эҙләү хаҡында иғлан биргән. Улар төҙөлөш өсөн халыҡтан аҡса йыйып, уны законһыҙ үҙләштереүҙә ғәйепләнә.

Мәскәү эргәһендәге Люберцы һәм Пушкин ҡалаларының полиция бүлектәре билдәле Өфө төҙөүселәре – аталы-уллы Баһауетдиновтарҙы эҙләү хаҡында иғлан биргән. Улар төҙөлөш өсөн халыҡтан аҡса йыйып, уны законһыҙ үҙләштереүҙә ғәйепләнә.


Баһауетдиновтар – бер нисә фирманы эсенә алған “Рассвет” компанияһын ойоштороусылар. Төҙөлөш менән Мәскәү янындағы ҡалаларҙа һәм Башҡортостанда шөғөлләнәләр.


Люберцы полицияһы идаралығы тәфтишселәре Рәшит Баһауетдиновтың Жилин ҡасабаһындағы Томилин торлаҡ комплексына ҡараған төҙөлөштә 100 өлөшсөнө алдағанын асыҡлаған. Ә Пушкин полицейскийҙары улы Тимербулатты Тарасовка ауылында, биләмәгә хоҡуғы булмаһа ла, аҙ ҡатлы йорттар төҙөү өсөн кешеләрҙән аҡса йыйыуҙа ғәйепләй. Кешеләрҙең ялыуы буйынса бер нисә тапҡыр саҡыртыуға ҡарамаҫтан, һорау алыуға килмәгәс, уларҙы ғәйепле тип тапҡандар һәм эҙләү иғлан иткәндәр. Әле Пушкинда кесе Тимербулатовтың компанияһы активтарына арест һалынған.


Рәшит Баһауетдиновҡа, ғәйепләнеүсе булараҡ, 19 июндә үк ҡарар сығарылһа, улын бер ай үткәс кенә – 18 июлдә – эҙләй башлайҙар.

Башҡортостанда ла был икәүҙең эшмәкәрлегенә күптән шик төшә башлағайны. Улар беҙҙә төҙөлөп бөтмәгән “Көмөш инеш” объекты низағы буйынса билдәле. Был төҙөлөштә мең кеше 350 миллион һумлыҡ зыян күргән.


Фото: ufa.mk.ru
Читайте нас: