19 июлдә киске сәғәт 8-ҙә Бүздәк районының Көнсығыш ауылында билдәһеҙ әҙәмдәр 57 йәшлек Афған һуғышы ветеранын ҡот осҡос итеп туҡмаған.
Ваҡиға юл буйы кафеһында була. Туғандары һөйләүенсә, дүрт ир кафеға килеп инә лә ирҙе иҫәнгерәткәнсе туҡмай, аяҡ-ҡулдарын һындыра. Ике яҡ араһында алдан бер ниндәй ҙә талаш-фәлән булмай, шуға бындай вәхшилектең сәбәбен туғандары көнләшеүҙәндер ти, сөнки “афғансы” – тирә-яҡта ҙур абруй ҡаҙанған кеше. Әле ул ауыр хәлдә дауаханала ята.
Һөжүм итеүселәр шулай уҡ ирҙең автомобиль тәгәрмәстәрен тишкән, телефонын урлаған, шунан күк төҫтәге “Мицубиси Паджеро”ға ултырып Октябрьский ҡалаһы яғына һыҙған.
Әлеге ваҡытта полиция был әҙәмдәрҙе эҙләй. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был хәлдең шаһиттары булһа, тикшереүгә булышлыҡ итеүен үтенәләр.