Йәшен бер урынға ике мәртәбә атмай, тиҙәр. Шулай ҙа ундай хәлдәр осрап тора шул...
Йәкшәмбе иртән баш ҡаланың Вострецов урамындағы йорттарҙың береһендә була хәл. Өсөнсө ҡаттағы фатирҙың балконынан бер ҡатын осоп төшә яҙа һәм уның ситендә аҫылынып ҡала. Тиҙ арала ҡотҡарыусылар саҡырыла, улар килеп еткәнсе, улы уны аяҡтарынан тотоп тора. Ҡотҡарыусылар баҫҡысты ҡуя, ҡатын янына менеп етә һәм уны кире балконға төшөрә.
Улы белдереүенсә, ҡатын психик ауырыу менән сирләй. Әсәһенең балкондан һикерергә теләүен күреп, тиҙ арала уны тотоп ҡалырға өлгөрә.
Тик... Кисә өйҙә яңғыҙы ҡалған ҡатын теләгәнен тормошҡа ашырып ҡуя. Ул балкондан аҫҡа һикерә. Төрлө тән йәрәхәттәре менән ҡатынды дауаханаға алып китәләр.