Бөгөн – Өфөләге Дим, Октябрь, Калинин һәм Орджоникидзе, 25 июлдә Ленин, Киров, Совет райондарында, шулай уҡ республиканың ҡайһы бер муниципаль берәмектәрендә сирена тауышы ишетеләсәк.
Ә ни өсөн тип уйлайһығыҙмы? Шулай халыҡҡа хәбәр итеү системаһы тикшереләсәк. Шуға был көндәрҙә иртәнге сәғәт 9-сы яртынан киске 4-кә тиклем өс секунд оҙайлығында сирена тауышын ишетһәгеҙ, бер ҙә ғәжәпләнмәгеҙ, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитеты.