Башҡортостанда ысын мәғәнәһендә туй шау-шыуы. Үткән йомала, 19 июлдә, 471(!) никах теркәлде. Был – сағыштырмаса юғары һан.
Башҡортостандың Юстиция дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, был хәл матур датаға – 19.07.19 – бәйле икән. Әйткәндәй, йәш парҙарға, дата матур булған кеүек, тормош юлығыҙ ҙа йәмле булһын, тип теләнеләр.
Никах таныҡлығы менән бергә йәштәр Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров исеменән ҡотлау хаты, ғаилә тормошо серҙәре тураһында символик буклет алып ҡыуанды.