Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2019, 18:34

Шахтаға "сәйәхәт" үлемесле була...

Күңелле йәйге каникул осоро дауам итә. Балаларҙың күптәре лагерҙа йә булмаһа диңгеҙ буйында сәләмәтлеген нығыта, ҡайһылары иһә ауылда өләсәй-олатайҙарында ҡунаҡта. Әммә бәғзеләре, буш ваҡыттары күп булғанлыҡтанмы, ҡайҙа һуғылырға белмәй, унда-бында һуғылып йөрөй. Бәлки, күрше Силәбе өлкәһенең бер ауылына ҡунаҡҡа килгән үҫмерҙәр ваҡыттарын файҙалы үткәрһә, аяныслы фажиғәгә тарымаҫтар ҙа ине.

Буран ауылынан бер нисә бала күрше Яңы Буранлы ауылының ташландыҡ ҡырсынташ заводы шахталары тирәләй "сәйәхәт" ҡылырға уйлай. Үҫмерҙәрҙең береһе шахта ситенә яҡын барып, уның төбөн ҡарарға ниәтләй, йәнәһе, ниндәй ҡыҙыҡлы әйберҙәр бар икән. Үкенескә ҡаршы, ошо ваҡытта шахтаның яры емерелә, ә үҫмер түбәнгә төшөп китә. Аҙаҡ асыҡланыуынса, шахтаның тәрәнлеге 100 метр тәшкил иткән була.

Үҫмерҙе ҡотҡарыу буйынса операция башлана, быға һәүәҫкәр сәнәғәт альпинистарын йәлеп итәләр. Тәүҙә, 25 метр тәрәнлектә, егеттең кеҫә телефонын, аҡсаһын табалар, ә 40 метр тәрәнлеккә еткәс, үле кәүҙәһенә юлығалар. Ҡолап төшкәндә алған йәрәхәттәрҙән 15 йәшлек үҫмер һәләк була.

Әле был ваҡиға буйынса тикшереү эше бара, фажиғә урынында тәфтишселәр эшләй. "Бәлә аяҡ аҫтында" тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит, һаҡ булайыҡ.

Фото: chel.pro
Читайте нас: