Осрашыу хәтирәләрҙән генә тормай.
Йылайыр районының бәләкәй генә Бикйән ауылында шаулап-гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Әлеге сараға тиклем үк ошо ауылдан сыҡҡандар үҙҙәренең ни тиклем дәррәү һәм берҙәм булыуын һүҙ менән түгел, аныҡ эш менән күрһәтергә өлгөргәйне инде. Ә байрам мәлендә ситтән килеүселәрҙе, бик күп йылдарҙан һуң бөтөп барған йәнтөйәктәренә тәүгә генә ҡайтыусыларҙы Бикйән ауылы сынъяһау булып ҡаршы алды һәм тәү күреүҙән үк байрам кәйефе уятты!
Күрше-тирә ауылдарҙан ғына түгел, сит райондарҙан да юҡ ваҡыттарын бар итеп, аҙна һайын өмәгә ҡайтып йөрөгәндәргә ни әйтәһең дә уларҙың ысын илһөйәр булыуына нисек һоҡланмайһың!
Тантананың барышы ла башҡаларҙы ҡабатламағайны – барыһы ла алдан ентекле уйланған, матур итеп еренә еткереп эшләнгән.
Сара ошо ауылда тыуып үҫкән, әле килеп күбеһе хаҡлы ялда булған һәм ситтә йәшәгән бер төркөм Бикйән ҡыҙҙары һәм егеттәренең “Йәшлеккә ҡайтыу” исемле театрлаштырылған тамашаһы менән башланып китте. Аҡ яулығын яҙып ябынған оло ғына инәй сәхнә уратып үҙенең йәшлеген эҙләй, татлы һыуы менән хатта күрше өлкәләрҙә лә дан алған Әпкәрим шишмәһе буйындағы балалыҡ эҙҙәрен юҡһына, айлы кистәре менән мәңгелеккә күңеленә һеңгән үҫмер йылдарын һағына... Бер аҙҙан уға тиҫтерҙәре ҡушыла һәм сәхнәне дәртле күмәк бейеү менән биҙәй... Ошо күренеш үҙе генә лә байрамға килеүселәрҙең әллә күпме хәтирәләрен яңыртты, ҡабатланмаҫ йәшлек йылдарына алып ҡайтты, күңел төпкөлөнә йәшенгән хәтирәләр йомғағын аҡтарҙы...
Ғөмүмән, ауылдаштар осрашыуы ябай күрешеүҙәрҙән һәм иҫтәлектәрҙән генә тормауы менән айырыла ине. Ете генә өйлөк ауылда дүрт тирмә ҡороп, ҡаҙан-ҡаҙан аш-һыу яраштырып, оло табындар ойоштороу өсөн генә лә күпме көс һәм дәрт кәрәк!
Әйткәндәй, Бикйән игеҙәктәре менән дан алған ауыл – улар һәр өйҙә тиерлек булған һәм әле лә бар. Ҡайһы берҙәрендә хатта икешәр пар игеҙ йәндәр донъяға килгән. “Сәбәбеме? Сәбәбе Әпкәримдең мәңге шифалы һыуы инде”, – тип көлә бикйәндәр... Ауылдаштар осрашҡан көндә лә игеҙәктәр байрамға айырым төҫ биреп, йәмләп йөрөнө һәм ойоштороусылар ҡулынан иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды. Ауылдаштар байрамында бүләкһеҙ ҡалыусы булмағандыр ул. Олоһона ла, кесеһенә лә бүләк биреп, күңелдәрен күрҙеләр. Ауылдың иң ололарына айырым хөрмәт күрһәтелде. Йәл, барыһын да теҙеп яҙып булмай... Шулай ҙа үҙем белгән бер нисә кешене һәм ғаиләне телгә алып китмәһәм, яҙыҡ булыр. Бикйән ҡыҙы – педагогия хеҙмәте ветераны Венера Солтанова-Мортаева, мәҫәлән, ауыл тарихына байҡау яһап, ауылдаштарының ихлас алҡыштарына лайыҡ булды.
Элек был ерҙәрҙә Аҡсура һәм Ҡайраҡлы (рәсми исемдәре Үрге һәм Түбәнге Ғәле) ауылдары халҡы йәйләгән. Киң яландары, уңдырышлы тупрағы, еренең тыныслығы нәҡ ошо ерҙә ауылға нигеҙ һалырға этәргәндер ҙә. Илдә бөйөк Октябрь революцияһының дауыллы дәүерҙәре, тарихта онотолмаҫлыҡ ваҡиға булып халыҡ хәтерендә ҡалған 1921 йылғы аслыҡ артта ҡалып, халыҡтың әҙ-мәҙ күҙе асылып, яҡтыға ынтыла башлаған мәлдәрҙә күп урындарҙа төркөм-төркөм халыҡ берләшеп, колхоздар ойоштора башлай.
1928 йылдың февраль айында Аҡсура, Ҡайраҡлы ауылдарында йәшәгән бер төркөм ир-ат кәңәшләшеп Бикйән Байсурин тигән кешенең йәйләүе булған ерҙә яңы ауылға нигеҙ һалырға ниәт итә һәм бер нисә ғаилә шул уҡ йылды күсеп тә сыға. Венера апай һөйләгәнсә, беренсе булып Мырҙагилде Мортаевтың ғаиләһе күсеп сыҡҡан. Уның артынса башҡалар килә. Ауылды Бикйән тип атарға килешәләр.
Ил саҡырғас, ауылдан 38 ир-егет яуға китә, шуларҙың 26-һы әйләнеп ҡайтмай... Бөгөн яу ҡорбандарының һәм ҡайтып үлгәндәрҙең исем-шәрифе улар хөрмәтенә ҡуйылған обелискты биҙәй. Әйткәндәй, ауылдаштарҙың осрашыуы нәҡ шунда сәскәләр һалыу, һуғышта ҡатнашҡандарҙы матур итеп иҫкә алыуҙан башланды. Ирҙәре һуғыштан ҡайтмаһа ла, балаларын үҙҙәре ир еткереп, аяҡҡа баҫтырған, колхозда бил яҙмай, ал-ял белмәй егелеп эшләгән тол ҡатындарға ла һәйкәл ҡуйырлыҡ. Байрамбикә, Заһира Мортаевалар, Ғәбиҙә, Бибиямал, Йәмилә Дәүләтҡоловалар, Һәҙиә Исламғолова, Әминә Ғәниева, Зарифа Солтанова, Фәғилә Түләбаева һәм башҡа инәйҙәр ауылдаштарының йөрәк түренән мәңгелеккә урын алған. Ауылда оло хөрмәткә лайыҡ булған ялан батырҙары ла бар. Мәҫәлән, “Яңы тормош” колхозы рәйесе Фазылйән Дәүләтҡолов “Почет Билдәһе” ордены менән наградланған, ауыл “Башҡорт” совхозына ҡараған йылдарҙа эшләгән Хәкимйән Дәүләтҡоловтың тырыш хеҙмәте лә шундай уҡ орден менән баһалана. Әхмәтйән һәм Рәфҡәт Дәүләтҡоловтар, Ҡоҙабай, Йомабай, Шәрифулла Мортаевтар, Әхмәтйән Исламғолов һәм башҡалар ҙа игенсе булараҡ дан ала. Ә уларҙың әсәй-апайҙары, килен-һеңлеләре, хәләл ефеттәре колхоз-совхоздар тарҡалғанға ҡәҙәр гөрләп эшләп торған ырҙын табағында тир түгә.
Бар ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә биргән абруйлы уҡытыусы Ғәбиҙә Мортаеваның ҡулында уҡып, артабан юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарында белем эстәп, хеҙмәттәре менән дан алған Бикйән ауылы ҡыҙҙары һәм улдары ла байтаҡ. Мәҫәлән, Зәйнулла, Сәлимйән Дәүләтҡоловтар, Дамир, Салауат, Венера, Фәрит, Әлфиә, Зөлфирә, Таңһылыу Мортаевалар, Марат, Рәйфә, Зәйтүнә Солтановалар, Ғилминур Ғәниева, Орҡоя Байсурина һәм башҡа бик күптәр – тыуған Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын һәм артабан үҫһен өсөн хәләл көстәрен йәлләмәгән хеҙмәт кешеләре.
Бикйән халҡының, ҡунаҡҡа ҡайтыусыларҙың шатлығын Үрге Ғәле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юнир Таһиров, Йылайыр районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Даян Юлдыбаев, эргәләге Һабыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Солтанов, күрше райондан килгән ҡунаҡтар ихлас уртаҡлашты.