Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2019, 12:33

Урманда ят үрмәксенән ҡасығыҙ: ағыулы!

Өфө янындағы Нуғай ауылынан ике ирҙең ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелә, улар аңын юғалта башлай. Зыян күреүселәрҙе инфекция дауаханаһына килтерәләр һәм укол ҡаҙайҙар, тамыҙғыс ҡуялар.

Өфө янындағы Нуғай ауылынан ике ирҙең ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелә, улар аңын юғалта башлай. Зыян күреүселәрҙе инфекция дауаханаһына килтерәләр һәм укол ҡаҙайҙар, тамыҙғыс ҡуялар.


Баҡһаң, ирҙәрҙе ағыулы үрмәксе тешләгән. Һары сак тип йөрөтөлгән был бөжәк хәүефле, әммә аллергия сире менән яфаланмағанда үлемесле түгел.


Биолог ғалимдар әйтеүенсә, ағыулы үрмәкселәрҙең йәшәү биләмәһе киңәйгән, хәҙер улар Башҡортостанда ныҡлы төпләнгән. Әле уларҙың үрсеү ваҡыты, тимәк, алдағы мәлдә тағы күбәйәсәктәр.


Һары сакты тоторға маташырға ярамай. Шулай ҙа сағыу төҫтәге бөжәктәргә тап булғанда паникаға бирелергә кәрәкмәй. Ғәҙәттә, улар кешегә үҙҙәре ташланмай, ә һаҡланыу сараларын ғына күрә.


Фото: muravied-spb.ru
Читайте нас: