Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2019, 18:00

Яҙмыштарҙы ҡыйратмасы, Себер!

“Оҙон аҡса” эшләүҙең беҙ белмәгән яҡтары күп.

“Оҙон аҡса” эшләүҙең беҙ белмәгән яҡтары күп.


Өс сәғәттән ашыу вертолетта осоу ҙа, унан һуң һигеҙ сәғәт самаһы Яңы Уренгойҙың кеше өсөн бер ниндәй ҙә уңайлыҡтары булмаған тауыҡ кетәге ҙурлыҡ ҡына вокзалында поезд көтөп ултырыу ҙа ярайһы ғына биҙрәткән, билетта күрһәтелгән вагонға кереп, үҙемә тәғәйенләнгән урынды алыу менән әүен баҙарына киткәнмен. Шулай ҙа оҙаҡ йоҡларға ирек бирмәнеләр: ике-өс сәғәттән вагонға, ҡулдарына яҫтыҡ дәүмәлендәй сумкалар күтәргән, яҡа аҫтары еүешләнгәнлектән ярайһы ғына ҡыҙмаса булып алған ете-һигеҙ ир килеп керҙе. Һөйләшеүҙәренә ҡарағанда, барыһы ла бергә эшләй, вахтанан ҡайтып килеүҙәре. Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан икән үҙҙәре.


Юлдың юшҡыны…


Башымды күтәргәнемде күргәс, үҙ табындарына ҡушылырға әйҙәп, мине лә саҡырып ҡарағайнылар ҙа, ҡырҡа баш тартҡас, ҡул һелтәнеләр. “Арығандыр кеше, борсомағыҙ, ял итһен”, – тине араларынан минең йәштәгеһе, итәғәтле булырға тырышып.


Йәй уртаһы булғанлыҡтан, Себерҙән бар халыҡ тыуған яғына ашыға, кемдәрҙер диңгеҙгә юллана. Билет алыуҙары, ай-һай, оло бер проблема. Мин дә плацкарт вагонға эләкмәнем. Купелы вагондағы урындарға хаҡты бигерәк ныҡ ҡайыралар. Шуға ла билетты ултыраҡ вагонға алырға тура килде. Ярай, кем әйтмешләй, бер төнгә ҡуян тиреһе лә сыҙаған. Хәйер, Яңы Уренгойҙан Өфөгә ҡәҙәре поезд бер кис кенә бармай, ике тәүлектән ашыу юрғалай. Тиҙҙән яҡындарымды, туғандарымды, дуҫтарымды күрәсәкмен, күңелемә тулышҡан хистәр менән уртаҡлашасаҡмын, аяҡ табандарым тыуған еремдең йылыһын тоясаҡ, күҙҙәрем Баш­ҡортостанымдың гүзәл тәбиғәтенә һоҡланасаҡ, ҡолаҡтарым халҡым моңон ишетеп ҡыуанасаҡ, тип татлы хыялдарға бирелеп килә торғас, тағы йоҡоға талғанмын.


Ләкин сәхифәләргә бирелеп оҙаҡ ятырға мөмкинлек булманы, әле генә һин дә мин гәпләшеп, араҡыға һаҫыҡ һыра ҡушып һемергән юлдаштарым араһында бәхәс ҡупты. Сәбәбе лә ташҡа үлсәйем генә һүҙ көрәштереүҙәренең. Алдарында ултырған араҡыны әллә эсеп бөтөргәндәр, әллә берәйһе мулыраҡ йотҡан, шуны асыҡлайҙар. Шулай әтәсләнеп килә торғас, араларынан йәшерәк берәү бая ғына минең менән инсафлы булырға тырышҡан ирҙең эйәк аҫтына ҡундырҙы. Шундай итеп һуҡты, өрлөк буйы был ғифриттең ҡул аҫтына эләкһә, ат булһа, ат һөрлөгөп китер ине, валлаһи. Мәгәр, теге итәғәтле әҙәм бирешмәне, аяғөҫтө ҡалды.


– Тәү башлап һин һуҡтың, братишка, ҡара уны, – тип һөйләнде үҙе, йоҙроғон төйнәп. – Аҙаҡ үкенерлек булмаһын.


– Һин нимә, миңә янайһыңмы?! – Ҡырлас танаулы, оҙон буйлы, киң күкрәкле егеттең сөм-ҡара күҙҙәренән осҡондар сәсрәп китте. Олтораҡ ҡалынлыҡ ҡаштары бер аҫҡа, бер өҫкә һикереште. – Әйҙә, кил, улай герой булғас!


Ул арала егеттең йоҙроҡтары теге ирҙең тағы бер-ике тапҡыр күҙ төптәрен, танау аҫтарын һыйпап үтте. Табындаш егеттәре быларҙы аралар, моғайын, тип уйлағайным да, хаталандым. Улар урындарынан дәррәү күтәрелде лә, тәмәке тартыу һылтауы менән, тамбурға юлланды.


Вагон иркен, ике ир геү килеп көс һынаша. Хәйер, улай тип әйтеү дөрөҫкә тап килеп тә бөтмәй. Йәш егет йәш буйынса үҙенән ике тапҡырға олораҡ хеҙмәттәшенең ҡабырғаларын һанай, быуындарын иҙә. Теге бахыр, хас та сит ил киноларындағы кеүек, вагондың иңен-буйын иңләп осоп йөрөй. Иптәше һуҡҡан һайын, һөрлөгә лә гөрҫ итеп иҙәнгә ауа. Шунан, һеләгәйе тубығына тиклем һуҙылып төшкән ауыҙ-моронон һөртөп, тағы тороп баҫа. Олтораҡ ҡашҡа шул ғына кәрәк, ул йәнә бөтөн асыуын бергә төйнәп, ҡорбанына ташлана.


Байтаҡ ҡына төйөлгәндән һуң, туҡмалыусы ир көсөнөң самалы икәнен аңлай башланы, ахырыһы.

– Ҡыҙҙар, милиция саҡырығыҙ, үлтерә бит! – тип проводницаларға һөрән һалды.


Әммә ҡыҙҙар уны ишетмәне шикелле. Ишетергә лә теләмәгәндәрҙер, бәлки, күрмәмеш бул­ғандарҙыр, өнһөҙ ҡалдылар. Вагонда барған башҡалар ҙа, бәғзеләре йоҡлағанға һалышып, кемдәрелер гәзит-журнал ҡараған кеше булып, ситкә боролдо. Байтаҡ ҡына көрмәкләшкәндән һуң, быларҙың кәрҙәре ҡайтты шикелле, һуғыш нисек башланған булһа, шулай ҡапыл ғына туҡтаны. Бары тик шунан һуң ғына вагондағы тәртип өсөн яуаплы ҡыҙҙар ҙа пәйҙә булды, нимәнәндер ҡыҙыҡ табып, ҡысҡырышып көлөшкән ирҙәр ҙә тамбурҙан килеп тулды. Күптән түгел полицияға үҙгәртелгән милиция хеҙмәткәрҙәре күренмәне. Хәйер, Сорғотҡа ҡәҙәре улар бөтөнләй булманы. Унан һуң да, Өфөгә ҡайтып еткәнсе, билдәренә алтатарҙарын тағып, исем өсөн генә ике-өс тапҡыр килеп әйләнделәр буғай.


Аптырарлығы ҡалмаған…


Сәй өсөн ҡайнар һыу алырға барғанда, яйын тура килтереп, вагон хужабикәләренең береһе менән һөйләшеп киттем.

– Аптырамағыҙ юҡҡа, – тине үҙен Әлфиә тип таныштырған проводница ҡыҙ. – Бындай низағтар поезда көн һайын осрап тора. Өфөнән бында килгәндә һуғышыуҙар һирәгерәк була, әлбиттә. Ә бына кирегә ҡайтҡанда, торғаны яу яланы инде, сөнки вахтанан ирҙәр аҡса менән ҡайта. Унан һуң айҙан ашыу спиртлы эсемлектәр, ҡатын-ҡыҙ наҙы күрмәгән ир-ат, иреккә сыҡҡас, саманы онотоп, бәйҙән ысҡынған эт һымаҡ ҡылана.


– Ә бер-береһен үлтереп ҡуйһалар? – Мин ғәжәпләнеп, һораулы ҡарашымды Әлфиә ханыма төбәйем.

– Былар ундай аҙымға бармай, – ти әңгәмәсем. – Хатта полицияға хәбәр итһәң, үҙҙәре үк бәләгә тарыған иптәштәрен хоҡуҡ һаҡсыларының ҡулынан йолоп ҡалыу өсөн йүгереп йөрөйҙәр. Араҡыларын да, аҡсаларын да йәлләмәйҙәр ундай ваҡытта.


Аҫтыртын ғына килеп, вахтовиктарҙың иҫер­гәндәрен аңдып тороп, араҡы йәки һыраларына клофелин ҡойғандары ҡурҡыныс уларҙың. Ауыҙ­ҙарын асып торғандарҙы шулай йоҡлаталар ҙа аҙаҡ ыштандарына ҡәҙәре һалдырып алып китәләр. Бер тин аҡсаһыҙ, документһыҙ ҡалған әҙәмдәр йөрөйҙәр шунан, асарбаҡтар армияһын тулыландырып.

Байтаҡ ғүмерем юлда үткәс, ундай ҡорбандар менән дә осрашҡан бар. Шулай Уренгой вокзалында бер яҡташымды тап иттем. Мине күргәс, оҙаҡ ултырыуҙан кейем-һалымы таушалған, үҙенән биш-алты метрҙан уҡ танауҙы ярып кереп килгән әсе еҫ аңҡыған, әллә күп эсеүҙән, әллә тамағы йүнле ризыҡ күрмәгәнлектән шешенгән егеттең күҙ йәшен тыя алмай илап ебәргәне әле һаман күҙ алдымда тора.


Себер тарафтарына эш эҙләп килгән Айҙар. Поездан килеп төшкәс, таңға ҡәҙәре вокзалда ултырырға ҡарар иткән. Сумкаларын йәтешләп ҡуйып, ҡабырғаһына ауып та өлгөрмәгән, эргәһенә бер сибәр ҡыҙ килеп ҡунаҡлаған.

Һөйләшеп киткәндәр. Ултыра торғас, илгәҙәк ҡыҙ яҡташыма һыра тәҡдим иткән. Әлбиттә, егетмен тигән егет шундай матур ҡыҙҙың һыйынан баш тарта буламы? Аҡҡош ҡанаты кеүек ҡулдарында ағыу икәнен белһәк тә, күҙҙе йомоп эсергә әҙербеҙ бит ундай саҡта. Айҙар ҙа һыранан бер-ике уртлаған.


– Күп тә эсмәнем бит әле, башыма бәргән дә ҡуйған инде, – тип аҡланған булды яҡташым шырт баҫҡан биттәрен, сыуалышып бөткән сәстәрен ыуалап. – Бына хәҙер егерме һигеҙенсе көн ошонда ултырам. Аҡса ла, паспорт та, башҡа документтар ҙа елгә осто.


Айҙарҙың бәхетенән, юлында изге кешеләр ҙә осраған. Урындағы матбуғат сараһында эшләгән бер журналист ҡыҙ документтар юғалыу тураһында гәзиткә иғлан баҫтырған, шәхесте билдәләүсе ва­ҡытлыса танытма алып бирергә булышҡан. Айҙар­ҙың Башҡортостанда йәшәгән ата-әсәһенә шылтыратып, улдарының ниндәй ҡазаға тарығанын аңлат­ҡан. Кире ҡайтырлыҡ аҡса ебәреүҙәрен һораған.


– Иртәгәләре аҡса килеп етергә тейеш. Бер нисә көндән артыңдан ҡайтып та етермен әле, ағай, – тине Айҙар хушлашҡанда. Шунан, бер аҙ уйланып торғас, өҫтәп ҡуйҙы. – Аллаһ бойорһа.


Хоҙай Тәғәлә ҡөҙрәтле ул, яҡташ егеттең ялбарып һорағандарын тормошҡа ашырған. Әле күптән түгел күрҙем үҙен, июль ҡояшында ҡарағусҡыл булып янып, тыуған ауылында бесән әҙерләп йөрөй ине. Айҙар менән булған күңелһеҙ ваҡиғаның аҙағы хәйерле тамамланған, ә бит йылдар буйы интегеп йөрөгәндәр ҙә, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа байтаҡ ундайҙар араһында. Хатта үлем осраҡтары ла юҡ түгел. Сит тарафта бер ниндәй документһыҙ, аҡсаһыҙ, тәғәм ризыҡһыҙ ҡалған бәндәнең ҡалаҡ һөйәге аҫтына бысаҡ тығып китһәләр, кем эҙләп мәшәҡәтләнһен уны. Аҙмы ни Рәсәй буйлап ил ҡыҙырып йөрөгән әрәмтамаҡтар.


– Ағай, плацкартҡа билет булманы ла, ултыраҡ вагонда ҡайтырға тура килде, – тип һөйләп торҙо Айҙар. – Ундағы әшәке­лек­тәрҙе күрһәң, сәсең үрә торор ине. Тәүҙә ҡан ҡоҫҡансы эстеләр, шунан вагонды түң­кәрә яҙып һуғыштылар. Уренгойҙан алып Өфөгә ҡайтып еткәнсе дауам итте ул эт туйы.


Был донъяның кеме юҡ…


Өфөгә билет булмағанлыҡтан апрель баштарында Яңы Уренгой – Ҡазан поезы менән Яңауылға ҡәҙәре ҡайтҡан бер дуҫым шундай ғибрәтле хәл һөйләгәйне.


– Ҡағиҙә булараҡ, пассажирҙарҙы перронда уҡ ҡаршыларға тейешле проводница вагон эсендә алдыбыҙға килеп баҫты, – тип башланы һүҙен дуҫым. – Битенә күҙҙәренән буй-буй булып ҡара буяу ағып төшкән, сәстәре туҙған, ауыҙынан араҡы еҫе аңҡып тора. Беҙҙе күреү менән йоҙроҡтарын төйнәп, көҙгө әтәс һымаҡ ҡаршыбыҙға килеп баҫты ла: “Әйҙә һуғышабыҙ!” – тине. Беҙ һуғышырға теләмәгәнебеҙҙе белдерһәк тә, өҙмәне лә ҡуйманы был: “Юҡ, әйҙә көс һынашайыҡ, минең алышҡы килә!”


Шунан көн буйы ял итте был проводница, уны олораҡ коллегаһы алыштырҙы. Быныһы үҙ иңенә һалынған бурыстарҙы матур ғына башҡарҙы: иҙәндәрҙе лә йыуҙы, саңдарҙы ла һөрттө, сүп-сарҙы ла үҙ ваҡытында йыйҙы, түшәк кәрәк-ярағын да биреп торҙо. Киске сәғәт алтылар тирәһендә өҫ-башын тәртипкә килтергән теге ҡыҙҙың дежуры башланды. Тик ул туранан-тура үҙенә тәғәйенләнгән һөнәри вазифаһын үтәйһе урынға, вахтанан ҡайтып килгән көслө заттарға араҡы-һыра һатты. Икеләтә ҡиммәт хаҡҡа һатып алған “йәшел йылан” ағыуын йотҡан ирҙәрҙең нәфселәре тамам аҙҙы. Быларҙың бәхетенән, көнө буйы ял итеп, хәл йыйған ҡыҙ араҡы ғына һатмай икән әле, тәне менән дә сауҙа итеп, ҡулдан-ҡулға йөрөй булып сыҡты. Шунан башланды инде бушлай концерт. Поезд тәгәр­мәстәренең туҡтауһыҙ туҡылдауына ах-охтар, сыйнауҙар, ихахайлап көлөүҙәр ҡушылды. Проводницаларҙың эш бүлмәһе ишеге алдынан таңға ҡәҙәре сират өҙөлмәне. Икенсе төндә тағы ҡабатланды был хәл. Оло проводница йәш коллегаһының тәртипһеҙлектәрен тыйырмы тиһәк, көтөп тор. Улай ғына ла түгел, бындай оятһыҙлыҡты үҙе ойоштороусы ла икән әле. Хаҡын килешеп, йәш ҡыҙыҡайҙы Себерҙән ҡайтып килеүсе аҡсалы ир-атҡа тәҡдим итеп йөрөй булып сыҡты. Кемдер, бәлки, мин һөйләгәндәргә ышанмаҫ, ләкин, ана, үҙҙәре йөрөп ҡараһалар шул поезда, белерҙәр.


Юл оҙон бит бигерәк тә, унан һуң бер нөктәгә төбәлеп ултырып килеү ҙә ялҡыта. Креслоһы минең артта урынлашҡан уҙаман менән һөйләшеп киттек. Күҙ төбө ҡара янып сыҡҡан был ир ҙә, поезға ултыра һалғас, кәзә түше тиклем генә күкрәген кирә биреп, ары-бире һуғылып, әтәсләнеп йөрөгән булғайны. Минең янға ла бер нисә тапҡыр килеп: “Һин, брат, алай-былай булһа, миңә әйт, любойын аҡылға ултыртабыҙ”, – тип киткеләне. Биштәренән араҡы шешәһе сығарып, бүлешергә лә тәҡдим яһап ҡараны. Тубыҡ ҡосаҡлап ултырған килеш төн уҙғарғас, аҡсаһы бөттөмө, әллә эскенән йонсономо, тынысланды.


Хәбирйән икән исеме, Урал аръяғы район­дарының береһенән. Әйләнгән һайын кеҫә телефонына шылтыратҡан ҡатын менән әрләшеп киткәнен тыңлап килдем дә, әңгәмәне лә ул түгел, мин башланым.


– Нимә, Хәбирйән туған, хәләлең һағынғанмы? – Һүҙ башлар өсөн шул етте.


– Ҡайҙан һағынһын, ти. Кисә генә оҙатып ҡалды лабаһа Сорғот вокзалында, иғтибар итмәнеңме ни? – Һорауыма һорау менән яуап биргән юлдашыма ғәжәпләнеп ҡараным да һүҙемде дауам иттем.


– Алайһа, ғаиләңде бында ҡалдырып, атай-әсәйеңә бесән сабышырға, утын әҙерләшергә ҡайтып барыуың инде?


– Шулай тигәндә лә була, ләкин атай-әсәйем янына түгел, ҡатыным янына.


Мин бөтөнләй өнһөҙ ҡалдым. Ауыҙымды асһам да, тауышым сыҡмағанын күргән Хәбирйән үҙе ярҙамға килде.

– Ҡарап тороуға үҙең тормошто байтаҡ ҡына күргәнһең шикелле, ләкин бала-саға һымаҡ аптырайһың. “Оло Ерҙә” законлы ҡатыным бар минең. Ғаилә ҡороп йәшәгәнебеҙгә лә сирек быуаттан ашыу ваҡыт үткән. Балаларыбыҙ ҙа башлы-күҙле булып, үҙаллы тормошта йәшәй. Хәйер, уларҙың нисек үҫкәнен күрмәнем дә инде. Ә Сор­ғоттағыһы – һөйәркәм. Яртышар йыл, ҡайһы берҙә унан да күберәк ваҡыт, ғаиләнән айырылып, ҡатын-ҡыҙ наҙынан мәхрүм булып, балаларыңды, ейәндәреңде күрмәй, ҡатмарлы шарттарҙа йәшәү еңелдән түгел бит. Бындай саҡтарҙа эргәңдә арҡаңды йылытып ятырҙай ғына гүзәл зат булһа, барлыҡ ауырлыҡтар онотола. Бер төрлөлөктән биҙрәгән күңелгә йәм өҫтәлгәндәй тойола.


– Һуң был Сорғоттағы күбәләк Башҡортостанда хәләл ефетең барлығын беләлер ҙә инде. Нимәгә шул ҡәҙәре алҡымыңдан алып бара?


– Белмәй буламы ни, әлбиттә, белә, ләкин ҡатын-ҡыҙ психологияһы шулай ҡоролған бит, мөнәсәбәттәр оҙағыраҡҡа һуҙылһа, улар һине шәхси мөлкәте һымаҡ күрә башлай. Берәү менән дә бүлешергә теләмәй, үҙ биләмәһенә берәүҙе лә яҡын юлатмай. Был да шуға үрһәләнә. Аҡсаһын да, бүләктәрен дә етерлек бирәм, ир ҡулы теймәгәнлектән ҡыйралып ятҡан фатирын, баҡса ҡаралтыһын да йүнәтеп бөттөм, һаман риза түгел. “Миңә һин тулайым кәрәк, бер кем менән дә бүлешергә теләмәйем!” – тип ярһый. Шулай, ике арала йөрөй торғас, йөрәгемде биртендереп ҡуйырмын инде.


– Биртендереүең дә бар, ана бит күҙеңде сығара яҙған түгелме һуң? – Урынһыҙыраҡ шаярһам да, Хәбирйән үпкәләмәне. Ҡара янып сыҡҡан күҙ төбөн ыуалап, көлдө генә.


– Ю-ю-ҡ, быныһы кисә вокзалда булған хәл. Йөрөй белмәгән юл боҙор, һөйләй белмәгән һүҙ боҙор, тиҙәр бит. Юҡ ҡына нәмә өсөн егеттәр ара­һында боларыш килеп сыҡҡайны, шунда эләкте. Эсемә йылан кереп ултырһа, үҙем дә болаҡайыраҡ шул мин.


Хәбирйән һөйләй, мин эстән генә бындай ир өлтөрәп көтөп торған ҡатыны янына ҡайтыу менән өйҙә тыныслыҡ булыр ҙа, бала-сағаһы, ейән-ейәнсәрҙәре һөйөнөр микән, тип уйлап киләм. Ай-һай, “оҙон аҡса” юллап сабыуҙар күпме яҙмыштарҙы ҡыйрата бит, күпме ғаиләләрҙе селпәрәмә килтерә. Күпме балалар, атайҙары була тороп та, атай тәрбиәһе күрмәй етем үҫә. Шуларҙы мейем аша үткәреп, йәнем әсей.


…Поезд, Урал һырттарын үтеп, Өфөгә яҡын­лаш­ҡан һайын, ултыра һалғас та бер-береһенең ҡабырғаларын һанашып, боғаҙ йыртып ҡысҡы­рыш­ҡан ир-ат майлап ҡуйғандай булды. Йыуынып-ҡырынып та алғас, ҡасан ғына хайуандарса ҡы­лан­ған әҙәмдәргә төҫ инде. Төрлө яҙмыштарҙы бергә туплап, тыуған яҡтарға алып ҡайтып килгән поезд ҡолаҡ тондорғос итеп ҡысҡырҙы, бер аҙҙан тирә-йүнгә тағы күңел иңрәткес тауыш яңғыраны. Вагон тәҙрәләрендә баш ҡалабыҙ вокзалы күренде…


Яңы Уренгой–Өфө.
Читайте нас: