Ошо көндәрҙә Татарстандың баш ҡалаһы халҡы Залесная урамында, автобус туҡталышында, бер ирҙең мәйетенә тап була.
Мәйеттең эргәһендә паспорт, ноутбук һәм шәхси әйберҙәре менән тулы сумкаһы ла була. Ошо табылған документтар, әйберҙәр һәм багаж сумкаһындағы бирка аша мәрхүмдең 39 йәшлек Өфө ҡалаһы кешеһе булыуы асыҡланған. Башҡортостан кешеһе Ҡазанға эш эҙләп килгән булған. Татарстан 24 порталы белдереүенсә, мәйеттең тәнендә туҡмалған эҙҙәр юҡ, йәрәхәттәр ҙә күҙәтелмәй. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре был ваҡиға буйынса тикшереү эше алып бара. Әлбиттә, аяныслы хәл, аҡса эшләйем тип, сит төбәктә вафат бул инде.