Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2019, 01:08

"Баламды әсәһе урланы..."

Башҡортостанда сираттағы ғаилә драмаһы ҡыҙа. Был юлы, ғәҙәттәгесә, әсәйҙән түгел, ә атайҙан баланы урлағандар.

Башҡортостанда сираттағы ғаилә драмаһы ҡыҙа. Был юлы, ғәҙәттәгесә, әсәйҙән түгел, ә атайҙан баланы урлағандар.


Хәл Көйөргәҙе районында була. Полицияға өс йәшлек Айнур Н.-дың атаһы мөрәжәғәт иткән. Ирҙең һүҙҙәре буйынса, малайҙы әсәһе һәм уның өйҙәше алып ҡасҡан. Улар баланы ҡара-йәшел төҫлө тонировкалы "ВАЗ 2114" машинаһына ултырта ла билдәһеҙ йүнәлештә юҡ була.


Баланың атаһы әйтеүенсә, әсәһе Айнурҙан баш тарта. Шуға күрә улар икәүһе йәшәй.


Кәкүк-әсәнең намыҫы уянғанмы, әллә балаһын һағынғанмы - билдәле түгел. Ә бына ата кеше бик борсола һәм кешеләрҙән ярҙам һорай. Әле эҙләүгә тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылған. Малайҙы күреүселәр булһа, полицияға мөрәжәғәт итеүҙе һорайҙар.

Һәр ваҡыттағыса, ике өлкән кеше әҙәмсә һөйләшеп килешә алмау сәбәпле балалар йонсой...


Фото: ufa.kp.ru
Читайте нас: