Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2019, 13:00

Имтихан биргәндә … әсәй булған

Гвинеяла йәшәгән 18 йәшлек Фатумата Курума Конде сығарылыш имтиханына килә һәм тулғаҡ тота башай. Ҡыҙҙы шунда уҡ дауаханаға илтәләр һәм 10 минуттан ул тупылдап торған малай таба.

Гвинеяла йәшәгән 18 йәшлек Фатумата Курума Конде сығарылыш имтиханына килә һәм тулғаҡ тота башай. Ҡыҙҙы шунда уҡ дауаханаға илтәләр һәм 10 минуттан ул тупылдап торған малай таба.


Ғаиләһе бигүк риза булмаһа ла, ул күп тә үтмәй кире имтиханға килеп етә һәм уны уңышлы тапшыра.


Бик тә уҡығыһы килгән ҡатын иренә һәм туғандарына сабыйы тыуыр мәл яҡынлашыуын әйтмәй. Уны имтиханға ебәрмәҫтәр тип шөрләй. "Бакалавриатҡа уҡырға инер өсөн бер имтиханды ла ҡалдырғы килмәне, мин бит йыл буйына әҙерләндем", - тип аңлата бының сәбәбен Курума Конде.


Фото: M.realnoevremya.ru
Читайте нас: