Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2019, 00:11

"Минең үлгем килмәгәйне..."

Оксана Садиҡованы ире туҡмай башлай. Түҙемлеге бөткән ҡатын яһилға ҡарата сара күреүҙе үтенеп ғариза яҙа һәм айырылышырға ҡарар итә.

Оксана Садиҡованы ире туҡмай башлай. Түҙемлеге бөткән ҡатын яһилға ҡарата сара күреүҙе үтенеп ғариза яҙа һәм айырылышырға ҡарар итә.


Полицияла бер нимә лә эшләмәйҙәр, ирҙе өйөнә ҡайтарып ебәрәләр. Ә уныһы, йорт подъезында һағалап тороп, һигеҙ йәшлек улының күҙ алдында ҡатынын үлтерә. Өс балиғ булмаған бала етем ҡала.


Көнкүрештә көс ҡулланыу тураһындағы закон булһа, Оксана бөгөн иҫән ҡалыр ине. Туҡмағанынан һәм быуып үлтерергә маташыуынан һуң, уның ире иректә рәхәтләнмәҫ йә ҡатынды һаҡлау ордеры яҡлар ине. Тиран хәрәкәт датчигы кейеп йөрөргә, агрессорҙар өсөн тәғәйенләнгән психологик программаны үтергә тейеш. Әммә беҙҙең илдә был закон эшләмәй.


Ошондай Оксаналар Рәсәйҙә бик күп. Көн һайын 40 ҡатын-ҡыҙ ғаиләһендә һәләк була, был йылына яҡынса 14 мең ҡорбан тигән һүҙ. Беҙгә ғаиләлә көс ҡулланыуҙы профилактикалау, зыян күргәндәргә ярҙам итеү хаҡындағы ҡанун кәрәк. Быйыл көҙ был мәсьәлә тикшерелер тип күҙаллана.


Шуға күрә илебеҙ ҡатын-ҡыҙҙары #МинҮлергәТеләмәгәйнем тигән флешмоб ойошторҙо. Уның шарттары буйынса, һәр кем ошондай яҙыу менән табличка тотоп, йөҙөнә грим һалып фотоға төшә һәм үрҙәге хэштег менән интернетта урынлаштыра ала. Шулай уҡ был законды ҡабул итеүҙе талап итеп, махсус петицияға ҡул ҡуйырға кәрәк.


Фото: vk.com
Читайте нас: